Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙә хәбәр итте:
—Райондан махсус хәрби операция зонаһына сираттағы 28-се ҙур гуманитар конвой юлланды.
Битараф булмаған район халҡы яҡташтарыбыҙға УАЗ һәм Нива автомобилдәре, мотоциклдар, электр һәм бензо – инструменттар, антидрон плащтар, коптер, ноутбук һәм принтер, маскировка селтәрҙәре, дарыуҙар, йылы кейемдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, исем посылкалары һәм башҡа күп нәмәләр ебәрҙе. Уларҙы әҙерләүҙә райондың бөтә ауыл биләмәләре лә ҡатнашты.
Барығыҙға ла яугирҙарыбыҙға әүҙем ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Шулай уҡ гумконвойҙы оҙатып йөрөүсе яҡташтарыбыҙға имен-аман алып барып тапшырап, өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!—тип яҙа Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Шулай уҡ был көндө Курс өлкәһенә гуманитар ярҙам оҙатылды. Аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, көнкүреш химияһы һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр юлланды. Гуманитар ярҙам район халҡы көсө менән йыйылды.