Бөтә яңылыҡтар

ТӘҘРӘМДЕ АСҠАН ИНЕМ...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә йыл һайын 1000 –гә яҡын сабый тәҙрәнән ҡолап төшә. Мәҫәлән, 2017 йылда 848 бала ҡолап төшкән, уның 106-һы һәләк булған. 2018 йылда 905 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 123-ө үлгән, 33 бала инвалид булып ҡалған. 2019 йылда ошо сәбәп менән 125 сабыйҙың ғүмере өҙөлгән.

1 йәштән ҙурыраҡ балалар үлеменең күпселеге тәҙрәнән ҡолауға бәйле икән. Һаҡ булығыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

 

Йәй. Эҫе. Тәҙрәләр асыҡ. Маскетка бик бушаҡ, еңел нәмә. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: