Бөтә яңылыҡтар

ЫЛАУ БАРЫП ЕТТЕ

Сибайҙарҙың сәләмен еткерҙек, ылауҙы алып барҙыҡ, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ...

ЫЛАУ БАРЫП ЕТТЕ
ЫЛАУ БАРЫП ЕТТЕ

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев хәбәр итеүенсә, Сибай халҡы ярҙамы менән тупланған ылау - мотоцикл, маскировка селтәрҙәре, кәрәкле эш ҡоралдары һәм башҡалары алып барып еткерелгән һәм тапшырылған. Шулай уҡ улар медицина хеҙмәткәрҙәре янына барған. Унда беҙҙең яҡташ медиктар (ҡатын-ҡыҙҙар) эшләй. Барыһы ла сәләм еткереп, рәхмәт белдергән. Яугирҙар алдында Виктор Тюрин, Анатолий Филиппов, Рәфис Солтанғазин сығыш яһаған.

Ылау алып барыусылар юл ыңғайы Шайморатов һәйкәленә барған. Әйткәндәй, улар араһында ҡала башлығы үҙе лә бар. Әле улар ҡайтыр юлға сыҡҡан. 

Имен-һау ҡайтып етһендәр! Тиҙерәк еребеҙгә тыныслыҡ килһен! Яугирҙәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын!


Автор:Резеда Валиева