Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Февраль , 08:35

Ярҙамдан ташламайбыҙ

Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы халҡы "Беҙ бергә" акцияһына ҡушылды.

Ярҙамдан ташламайбыҙ
Ярҙамдан ташламайбыҙ

--"Беҙ бергә" акцияһын хуплап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү өсөн Аҡъюл ауылы халҡы күстәнәстәр, йылы әйберҙәр, дарыуҙар, гигиена кәрәк-яраҡтары йыйҙы. Арабыҙҙа изге күңелле кешеләр булыуына ҡыуандыҡ. Ауылдаштар ҙур рәхмәт! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, егеттәребеҙ иҫән- һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһындар,--тип теләй аҡъюлдар.

Автор:Резеда Валиева