Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Октябрь 2023, 19:40

Юл буйы яҡтыртылды

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылын урап үткән юлға яҡтылыҡ һуҙылды. Был юл участкаһында эштәр август урталарында уҡ башланды. Юл буйына бөтәһе 103 энергияны һаҡлаусы яҡтылыҡ диодлы ҡоролмалар ҡуйылған. Шулай итеп күптән көткән эш ахырына етте.

Юл буйы яҡтыртылды
Юл буйы яҡтыртылды

–Был арауыҡ бик мөһим объект. Ҡараңғы ваҡытта унан йөрөү шул тиклем хәүефле ине. Хәҙер иһә тәүлектең ҡайһы ваҡытында ла был тарафтарҙан бер нәмәнән дә ҡурмайынса, үҙеңдең һәм кеше хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, рәхәтләнеп машинала йөрөргә була, -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Автор:Гульдар Кадаева