Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Сентябрь 2023, 10:45

ИР-ЕГЕТТӘР ОҘАТЫЛДЫ

Баймаҡ районынан бер төркөм егеттәр үҙ теләктәре менән махсус операцияға юлланды...

ИР-ЕГЕТТӘР ОҘАТЫЛДЫ
ИР-ЕГЕТТӘР ОҘАТЫЛДЫ

--Тантаналы шарттарҙа ирекмәндәрҙең сираттағы төркөмө махсус хәрби операция үткәреү зонаһына оҙатылды.

Махсус хәрби операция үткәреү зонаһына юлланыр алдынан, бөтә контрактсылар округтың ғәскәри частарында белем аласаҡ, унда хәрби хеҙмәткәрҙәргә теорияла һәм практикала хәрби хәрәкәттәр алып барыуҙың заманса алымдары тураһында һөйләйәсәктәр, шулай уҡ заманса ҡоралланыу төрҙәре менән эш итергә өйрәнәсәктәр.

Һәр берегеҙгә уңыштар теләйем һәм бөтә хеҙмәт һынауҙарын лайыҡлы үтерһегеҙ тип ышанам. Ғаиләләрегеҙҙең һеҙҙе көтөүен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ һәм беҙ һеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, хәрби иптәштәрегеҙ өсөн ышаныслы таяныс булығыҙ!--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева