Башҡортостан Башлығы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә артистарҙы йәлеп итеп, күп аҡса түгеп үткәрә торған байрамдарҙы әлегә тыйып торҙо.
—Барығыҙҙан да һорайым, яҡын арала концерт һәм күңел асыу сараларын онотоғоҙ. Шәхсән үҙем контролгә алам. Алда Яңы йыл. Үткәрербеҙ, ғаиләбеҙ беҙҙең хәстәрҙе күрергә тейеш, бер нигә ҡарамай байрам һәм бәхет барлығын тойһондар,—тине Радий Хәбиров.
Шул уҡ ваҡытта муниципалитет башлыҡтарына яңы йыл иллюминацияларын яңыртыуҙы тыйҙы.
—Бер ниндәй ҙә яңы шыршы булмай. Барыһы ла һеҙҙә бар. Яңыларын алыуҙы тыям. Үлмәҫбеҙ. Яңы йылды уларһыҙ ҙа үткәрә алырбыҙ. Тағы берҙе ҡабатлайым: бер ниндәй ҙә әртис йәлеп итмәйһегеҙ, теләһәгеҙ үҙегеҙ гармун алығыҙ ҙа йырлағыҙ,—тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөтә аҡса иҡтисадты үҫтереүгә, социаль өлкәгә, мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләһенә йүнәлтелә.
—Яңы йыл—балалар байрамы. Был мөһим. Ҡосаҡлашабыҙ, Яңы йыл үткәрәбеҙ, ә ҡалғаны—донъялар тынысланғас,—тине Радий Хәбиров.