Көнүҙәк мәсьәлә
26 Сентября 2022, 15:00

ЯУҘА ЛА, ДАУҘА ЛА ЙЫРЛАЙ БАШҠОРТ...

Бөгөн бик күп төбөктөрҙә ир-егеттәрҙе махсус операцияға оҙаттылар.

ЯУҘА ЛА, ДАУҘА ЛА ЙЫРЛАЙ БАШҠОРТ...ЯУҘА ЛА, ДАУҘА ЛА ЙЫРЛАЙ БАШҠОРТ...
ЯУҘА ЛА, ДАУҘА ЛА ЙЫРЛАЙ БАШҠОРТ...

Баймаҡ һәм Йылайыр районы хәрби комиссариантынан 135 егет, Сибай һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариаттан 110 ир-егет алынды. Сибайҙар араһында сәнғәт кешеләре бик күп. Мәҫәлән, йырсылар Фларид Биргалин, Әлфир Заманов. Бынан тыш, бейеүселәр байтаҡ. А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт театрынан өс кеше бар. Сәнғәт колледжы директоры Замир Йәнтуринға ҡала башлығы А.Юлдашбаев баян бүләк итте: "Бянда уйнап, йырлап, иҫән ҡайтырға яҙһын",--тип теләне.

Егеттәр әле Ҡазанға хәрби учебкаға юлланды. Күңелдәре һыҡтаһа ла йырлап бара улар. Имен йөрөгөҙ!

 

Кем генә булмаһын--йырсымы, бейеүсеме, артистмы, эшсеме, директормы--һәммәһе лә иҫән-һау ҡайтһын. Тыуған яҡтарҙа теүәл көтәбеҙ һеҙҙе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас