АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
10 Апрель 2022, 18:25

Һеҙҙе иң борсоған һорауҙарға яуаптар бар!

Үткән тәүлектә “Инцидент-менеджмент” системаһы ошондай төп темаларҙы теркәне: мәғариф (233 хәбәр), төҙөкләндереү (161), юлдар торошо (116), халыҡты социаль яҡлау (112), һаулыҡ һаҡлау (93). Был турала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов һөйләне.

Һеҙҙе иң борсоған һорауҙарға яуаптар бар!
Һеҙҙе иң борсоған һорауҙарға яуаптар бар!

2021 йылдың апрелендә 3-7 йәшлек балаларға пособие түләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Шуға ла был тема күп кешене ҡыҙыҡһындыра. Пособие ниндәй ғаиләләргә бирелә, аҡса күләме нисек һанала - һорауҙар күп булды. Республикаға идара итеү үҙәге Ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән бергә ошо темаға чат-бот эшләне. Унда иң йыш килгән һорауҙарға яуап бирелә. Ошонда уҡ һәр теләгән кеше үҙенең исем-шәрифен яҙып, был пособиеға хаҡы булыу-булмауын белә ала. Чат-ботҡа һылтанма https://t.me/posobie3_7_02_bot

✅Иҫкәртәбеҙ - рус телендә “Сәләм” тапшырыуында тура эфир көн һайын 8.40 сәғәттә, башҡорт телендә шишәмбе, кесаҙна 8.10 сәғәттә була.

Һеҙҙе иң борсоған һорауҙарға яуаптар бар!
Һеҙҙе иң борсоған һорауҙарға яуаптар бар!
Автор:Гульдар Кадаева