Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Апрель 2022, 09:20

Ташҡынға әҙерҙәр

Яҙ – ул наҙ, күңелле осор ғына түгел, ташҡын хәүефе менән янаған миҙгел дә. Шуға күрә ғәҙәттән тыш хәл булмаһын өсөн мул һыулы осорға алдан әҙерләнеү зарур.

Ташҡынға әҙерҙәр
Ташҡынға әҙерҙәр

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Сибай звеноһы һәм граждандар оборонаһы идаралығының ташҡынға әҙерлеген республика етәкселеге даими контролдә тота. Был юлғы тикшереү сараһында махсус техника һәм махсус ҡорамалдар күргәҙмәгә юҡҡа ғына сығарылманы: төбәктә ташҡын көслө була ҡалһа көстө барлау, мөмкинлектәрҙе теүәлләү зарур. Йылда ошо рәүешле уҙғарылған уҡытыу-методик йыйын звеноның ғәҙәттән тыл хәлгә әҙерлеген күрһәтеп кенә ҡалмай, киҫкен хәлдәрҙән сығыу әмәлдәрен алдан хәстәрләргә булышлыҡ итә.

Быйыл март йылдағыға ҡарағанда һыуыҡ булды. Шуға күрә һыу ятҡылыҡтарында һаман да боҙ ҡуҙғалмай. Әммә апрель баштан ныҡ йылытҡанлыҡтан, алдағы көндәрҙә йылға-күлдәрҙә һыу кимәле саманан тыш күтәрелеүе ихтимал. Ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә граждандар оборонаһы идаралығының төрлө структураларынан 90 кеше, 30 берәмек махсус техника эшләргә әҙер.

Автор:Гульдар Кадаева