АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Март 2022, 18:15

Радий Хәбиров Донецкта гуманитар ярҙамды ҡаршы алды

20 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Донецк Халыҡ Республикаһына барҙы. Унда Донбасс халҡына гуманитар ярҙамды тапшырыуҙа ҡатнашты.

Радий Хәбиров Донецкта гуманитар ярҙамды ҡаршы алды
Радий Хәбиров Донецкта гуманитар ярҙамды ҡаршы алды

 

Донецкиға, Луганскиға һәм Петровское ҡалаһына Башҡортостандан һуңғы аҙнала икенсе гуманитар ярҙам колоннаһы килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Өфөнән билдәле датала – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының һигеҙ йыллығын билдәләгәндә юлға сыҡҡайны. Автоколоннаға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселек итте.

Радий Хәбиров Донбаста йәшәүселәрҙең ихтыяждарын Донецк Халыҡ Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының гуманитар ярҙам менән эшләү һәм объекттарҙы тергеҙеүҙе контролдә тотоу буйынса департаменты директоры Валентин Гордиенко менән бергә тикшерҙе, водителдәр менән аралашты.

– Беҙ бөтә Башҡортостан менән ярҙам йыйғанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары етәкселәренән Донбаста йәшәүселәрҙең тәү сиратта нимәгә мохтажлыҡ кисергәне тураһында һораныҡ. Был юлы беҙҙең конвой 100 тоннаға яҡын йөк килтерҙе. Улар - көндәлек кәрәк-яраҡ, канцелярия тауарҙары, төҙөлөш материалдары, шәхси гигиена саралары һәм башҡа әйберҙәр. Барыһы ла зыян күргән төбәктәрҙә йәшәгәндәр өсөн әле бик кәрәк. Өсөнсө лә, дүртенсе гуманитар конвойҙар ҙа булыр. Беҙҙә төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиелар бар. Уларҙың продукциялары бында торлаҡтарҙы тергеҙеү өсөн кәрәк. Киләһе автопоездар нәҡ шундай йөк менән киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн Донецкиға Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы килде. Мин бында беренсе тапҡыр түгел – күптәр менән күптән үк йылы мөнәсәбәт булдырғанмын. Именлек, тыныслыҡ, үҫеш өсөн барыһын да бергә эшләйәсәкбеҙ.

Белешмә өсөн:

6 мартта Башҡортостандан Донбасҡа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн дөйөм ауырлығы 75 тонналыҡ гуманитар ярҙам менән тәүге автомобиль колоннаһы барҙы. Автопоезд аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, сәнәғәт тауарҙары илтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Гульдар Кадаева