АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Март 2022, 10:10

Эш хаҡы һәм башҡа социаль түләүҙәр арттырыла

Владимир Путин: Рәсәйҙә МРОТ, йәшәү минимумы, бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы һәм башҡа социаль түләүҙәр арттырыла Рәсәй властары яҡын арала минималь эш хаҡын, йәшәү минимумы күләмен, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙәрҙе арттыра. Владимир Путин Рәсәй субъекттарына социаль-иҡтисади ярҙам буйынса кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.

Эш хаҡы һәм башҡа социаль түләүҙәр арттырыла
Эш хаҡы һәм башҡа социаль түләүҙәр арттырыла

«Хаҡтарҙың артыуы халыҡ кеҫәһенә һуғыуын аңлайым. Шуға күрә тиҙҙән социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пособиеларҙы һәм пенсияларҙы арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итербеҙ. Минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын күтәрербеҙ, шулай уҡ бюджет өлкәһендә эш хаҡын арттырырбыҙ», — тине дәүләт башлығы.

Путин хөкүмәткә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген анализларға ҡушты.

Автор:Гульдар Кадаева