АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
24 Февраля 2022, 10:50

"АЙГӨЛ"ГӘ ТӘҘРӘ КӘРӘК...

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ауылдарға, һәр төрлө учреждениеларға яҡшы мөмкинлек бирә. Проектты уңышлы яҡлап сыҡҡанда хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән ярайһы уҡ шәп ярҙам алырға мөмкин. Сибай ҡалаһының "Айгөл" балалар баҡсаһының иҫке тәҙрәләрен пластик тәҙрәләргә алмаштырыу ҙа көнүҙәк булып тора

"АЙГӨЛ"ГӘ ТӘҘРӘ КӘРӘК..."АЙГӨЛ"ГӘ ТӘҘРӘ КӘРӘК...
"АЙГӨЛ"ГӘ ТӘҘРӘ КӘРӘК...

 

2018 йылдан алып йыл һайын Сибай ҡалаһының "Айгөл" балалар баҡсаһы Чайковский урамы, 18 адерсы буйынса һәм ошо тирәлә йәшәүселәр менән берлектә Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнаша. Өс йыл эсендә күп кенә файҙалы эштәр эшләнде, иҫке ағас тәҙрәләр өлөшләтә пластик тәҙрәләргә алмаштырылды. 2021 йылда 100-гә 6 мәрәй генә етмәү сәбәпле, беҙҙең проект ситтә тороп ҡалды. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирешмәй, беҙ быйыл да программала ҡатнашыуҙы дауам итәбеҙ. Йомғаҡлау йыйылышында тәҡдим ителгән проектар араһында «Ағас тәҙрәләрҙе өлөшләтә пластик тәҙрәләргә алыштырыу» проекты юғары мәрәй йыйҙы. Хәҙерге көндә инициатив төркөм ағзалары документтарҙы тәртипкә һалыу эше менән шөғөлләнә. Документарҙың электрон варианты үтеү менән ул тура «Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеү институты» дәүләт автономиялы фәнни учреждениеһына тапшырыла. Конкурстың ыңғай һөҙөмтәле йомғаҡланыуын көтәбеҙ.

 

Зәкиә Сәлимйәнова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас