2026 йыл—Ҙур һәм татыу ғаилә йылы
Бөтә көстәрен балаларын тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға йүнәлтә. Ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән намыҫлы хеҙмәттәре төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән баһалана. Абрахмановтарҙың 4 ҡыҙы, 1 улы тормошта үҙ юлын тапҡан, ғаилә ҡорған. Уларҙың һәр ҡайһыһы 3-әр балаға ғүмер бүләк иткән. Юбиляр пар 15 ейән-ейәнсәргә, 2 бүлә һәм 2 бүләсәргә олатай һәм өләсәй булыуҙарына һөйөнә. Ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, бүләсәрҙәренең үҫеүенә ҡыуанып, икәүләшеп, бер-береһенә терәк, кәрәк булып ҡаңғыр-көңгөр ғүмер итәләр. Сибай медицина училищеһын тамамлап, ҡала дауаханаһында эшләгән ейәндәре Айҙар Исмәғилев өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, 3 йылдан ашыу инде алғы һыҙыҡта госпиталдә эшләй. Мөхтәрәмә өләсәһе менән Фәрит олатаһы махсус хәрби операцияның тиҙерәк бөтөп, ейәндәренең ғаиләһе, улы янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла ололар әүҙемлек күрһәтә. Фәрит Фәйзрахман улы ураҙа тота, Ислам динен өйрәнеүҙәре өлкән быуын вәкилдәренә йән һәм тын тыныслығы табырға ярҙам итә.
Зөбәржәт туйҙары уңайынан Абдрахмановтарҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Балаларына, яҡындарына терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен, гәүһәр туйҙарына, унан ары йылдарға парлы етеүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлдәр Ҡадаева.
фото Абдрахимовтарҙың ғаилә архивынан