АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
10 Октябрь 2022, 08:31

Эстафетаға ҡушылдыҡ!

             Гәзиткә яҙылыу эстафетаһын ауылдашым, Йылайыр районы Йылайыр ауылында йәшәүсе Азат Билаловҡа тапшырам.

Эстафетаға ҡушылдыҡ!
Эстафетаға ҡушылдыҡ!

       Беҙ, Рәсих һәм Әсмә Таһировтар Йылайыр районында йәшәүсе Рәүеф Селәүсинов башлап ебәргән “Атайсал ” төбәк гәзитенә яҙҙыртыу кампанияһына ҙур теләк менән ҡушылабыҙ. Утыҙ йылдан ашыу тарихы булған, теләһә ниндәй шарттарҙа ла һис ҡасан уҡыусыларынан айырылмаған, ул-арҙың хәстәре менән йәшәп ябай ха-лыҡтың көндәлек йәшәйешен, төбәк һулышын бар яҡлап яҡтырта килгән уҡымлы гәзитте һәр саҡ үҙебеҙ ҙә, туғандарыбыҙ ҙа яҙҙырта килде. Был юлы инде гәзитте тыуған төбәгебеҙҙең йәме һәм ҡото итеп (Атайсалдың да тура мәғәнәһе тыуған ер, тыуған төйәк бит) дүрт туғаныбыҙға бүләк итергә булдыҡ. Әйҙә, рәхәтләнеп уҡы-һындар, баҫманы ҡулдарына алған һайын бер юлы беҙҙә лә иҫтәренә төшөрөп алһындар. Заманалар еңелдән түгел, донъялар боларып тора. Был да бер килеп үтер әле, үтер! Һәммәгеҙгә лә иң әүәл сәләмәтлек, ғаилә бәхете, йортоғоҙға ҡот-бәрәкәт, туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың имен-аман, теүәл йәшәүен теләйбеҙ. Гәзиткә яҙылыу эстафетаһын ауылдашым, Йылайыр районы Йылайыр ауылында йәшәүсе Азат Билаловҡа тапшырам.

Автор:Хайдар Тапаков