Һәм ошо гүзәл юбилейҙар туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, балаларығыҙ өсөн ҙур шатлыҡ ҡына түгел, шулай уҡ йәш быуын өсөн үрнәк тә! – тине Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.
Әйүп һәм Хәтифә Минишевтар тап 50 йыл элек 1972 йылдың 13 майында никахлашҡан. Улар 3 ул тәрбиәләп үҫтереп оло тормошҡа аяҡ баҫтырған. Әлеге ваҡытта бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй Арҡайым ҡасабаһында ҙур йорт һалып, гөрләтеп донъя көтә.
3 балаға ғүмер биргән Шәфҡәт һәм Рәйфә Мәҡсүтовтарҙы ҡотларға Себер тарафтарынан махсус рәүештә балалары ҡайтҡан.
Рәүф һәм Гүзәлиә Ниғмәтуллиндар ҙа 50 йыл ғүмер бик тиҙ үтеп китте, әйләнеп ҡарарға лә өлгөрмәнек тип ваҡыттың тиҙ уҙыуына баҫым яһап. Оҙон ғүмер юлын бергә-бергә үткән матур парлы ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһы йәштәргә түҙемлек, сабырлыҡ, тоғролоҡ һәм бер-береһен ихтирам итеп йәшәүҙәрен теләне.