АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
6 Декабрь 2021, 22:35

Парлы ғүмергә ни етә!

  Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Ишҡәле Йәнғәле улы һәм Зәкиә Әхмәт ҡыҙы Сыңғыҙовтар гәүһәр туйҙарын билдәләне. Матур тормош юлы үткән ғаилә парын оло байрамдары менән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡотланы.

Парлы ғүмергә ни етә!
Парлы ғүмергә ни етә!

--Һеҙ мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө булып, йәштәргә үрнәк күрһәтәһегеҙ. Парлы үткән ғүмерегеҙ артабан да тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп уҙһын. Һау-сәләмәт булығыҙ! – тине Борис Мелкоедов Сыңғыҙовтарға республика Башлығы Р.Хәбировтың ҡотлау открыткаһын һәм бүләктәрен тапшырып.   

Әйткәндәй, “Демография” милли проектына ярашлы төбәктә 50, 60, 65, 70, 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарының һәр ҡайһыһына ҡиммәтле бүләктәр бирелә.

 

Парлы ғүмергә ни етә!
Парлы ғүмергә ни етә!
Автор:Гульдар Кадаева