Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
14 Июль 2021, 15:10

Матрайҙа--алтын туй

Нисек итеп ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергә татыу йәшәргә? Ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләүсе Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Юлдаш Мәжит улы Фәрзәнә Һөйөндөк ҡыҙы Ҡәйеповтар уның серен белә.  Дауамы сайтта.

Матрайҙа--алтын туй
Матрайҙа--алтын туй

Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Юлдаш Мәжит улы Фәрзәнә Һөйөндөк ҡыҙы Ҡәйеповтар алтын туйҙарын билдәләне. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә пары йәшлек хистәрен һаҡлап, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап матур итеп донъя көтә. Шәхси хужалыҡтары гөрләп тора: кәртәләре тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡсаһында ишелеп емеш-еләк уңа.

Ҡәйеповтарҙы бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу уңайынан район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡотланы һәм һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләне.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: