Иҡтисад
22 Июля , 04:00

Сибайҙа инвест һабантуй үтә

Сибай ҡалаһында бер нисә йыл рәттән матур йолаға әйләнгән «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы быйыл 13-15 августа үтәсәк. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә VIII Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы» һабантуйын үткәреүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының кәңәшмәһе булды. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм республика Хөкүмәте үткәрә.

Сибайҙа инвест һабантуй үтәСибайҙа инвест һабантуй үтә
Сибайҙа инвест һабантуй үтә

 

 

Андрей Назаров белдереүенсә, Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының төп идеяһы һәр ваҡыт бер майҙансыҡта властың төбәк һәм федераль органдарын, Рәсәйҙең әйҙәүсе эшҡыуарҙарын, инвесторҙарын, тармаҡ белгестәрен һәм йәмәғәт фекере лидерҙарын берләшеүе булып тора.

- Бер нисә йыл элек инвестһабантуй ошо йүнәлештә эшләү, был йүнәлеште күрһәтә алырлыҡ спикерҙарҙы, абруйлы кешеләрҙе саҡырыу өсөн уйланылды. Һәм, әлбиттә, инвесторҙарҙың үҙҙәрен һәм уларға Башҡортостанда эшләүҙе уңайлыраҡ итеү, уларҙың тағы күберәк инвестицияларҙы республикаға йүнәлтеүе өсөн эшләргә кәрәк,--тине Андрей Назаров.

Эшлекле программаға ярашлы, сессиялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, оҫталыҡ дәрестәре, панель дискуссиялар ойоштороласаҡ.

«Урал аръяғы» инвестһабантуйының төп тезисы «Еңеү иҡтисады» буласаҡ. Шулай уҡ «Ил өсөн көслө кешеләр» йәмәғәт башланғыстары төбәк форумын үткәреү планлаштырыла. Мәҙәни программаға ярашлы, Төньяҡ амурҙарға арналған аттар шоуы ойоштороласаҡ. Ул үҙенсәлекле 1-се, 2-се башҡорт полктарын формалаштырыуҙың 215 йыллығына арнала.

«Урал аръяғы» инвестһабантуйына әҙерлек буйынса эштәр башланды. Форумға ҡатнашырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәтте инвестһабантуйҙың рәсми порталында белергә мөмкин.

К.Ишбулдина.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас