-8 °С
Болотло
Бөгөн Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәтене»нең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда туристик тармаҡта, сауҙала һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә кәңәшмәлә Нефтекама миҫалында бизнес-шерифтың эшмәкәрелеге ҡаралды. Муниципалитеттың эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүгә етәкселек иткән Лилиә Петрова әйтеүенсә, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 24 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 50 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.