Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июль 2023, 09:55

Рәсәйҙә МРОТ 18,5% арттырыла

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләмен 19 242 һумға тиклем, йәғни 18,5 процентҡа арттырырға планлаштыралар. «Башинформ» илдең Хеҙмәт министрлығы тәҡдим иткән закон проекты менән танышты.

МРОТ-ты арттырыу 4,8 миллион хеҙмәткәрҙең эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш. Ошо маҡсатҡа бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан — 75,9 миллиард һум, бюджеттан тыш секторҙан 47,4 миллиард һум йүнәлтелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-03/mrot-v-rossii-uvelichitsya-na-18-5-3325479

Автор:Резеда Валиева