Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июнь 2023, 15:50

Башҡортостандың инвестиция картаһы илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

Башҡортостан Инвестиция карталарының сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында алдынғы урындарҙы биләй. Рейтинг һөҙөмтәләре менән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Инвестиция үҫеше агентлыҡтарының милли ассоциацияһы таныштырҙы. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостандың инвестиция картаһы рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә ингән. Эксперттар 43 пилот төбәктең ошондай карталарын 22 критерий буйынса баһалаған. Республика картаһы еренә еткереп эшләнгән тип танылған. Уңышлы күрһәткестәр: транспорт инфраструктураһы, тәбиғи монополия объекттары (подстанциялар, һыу алыу ҡоролмалары, йылылыҡ пункттары һәм башҡалар), элемтә һәм интернет, тарифтар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-15/investitsionnaya-karta-bashkirii-priznana-odnoy-iz-luchshih-v-strane-3300400

Автор:Резеда Валиева