АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2022, 19:40

Ҡаҙағстан компанияһы Урал аръяғында завод төҙөйәсәк

Ҡаҙағстандың мебель етештереү буйынса Топ-5 предприятиеһына ингән компания Урал аръяғында ағас эшкәртеү заводы төҙөргә иҫәп тота. Проект 300 эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Йәлеп ителгән инвестиция күләме 100-120 миллион евро тәшкил итә.

Ҡаҙағстан компанияһы Урал аръяғында завод төҙөйәсәк
Ҡаҙағстан компанияһы Урал аръяғында завод төҙөйәсәк

Ҡаҙағстан Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына 11 миллиард һум күләмендә инвестиция һалырға теләк белдерә. Инвестицион хеҙмәттәшлек перспективалары хаҡында бөгөн Башҡортостан менән Ҡаҙағстан  араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң видеоконференция тәртибендә үткән тәүге ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм  Ҡаҙағстандың Премьер-министр урынбаҫары - сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов фекер алышты.

Сарала күптән түгел старт алып ғәмәлгә ашырыла башлаған бер нисә яңы проект тикшерелде. Атап әйткәндә, ошо көндәрҙә республикаға эш сәфәре менән «Мега Смарт» йәмғиәте директоры Сергей Хегай килде. Ҡаҙағстандың мебель етештереү буйынса Топ-5 предприятиеһына ингән компания Урал аръяғында ағас эшкәртеү заводы төҙөргә иҫәп тота. Проект 300 эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Йәлеп ителгән инвестиция күләме 100-120 миллион евро тәшкил итә.

 

--Сибайҙа булып, төҙөйәсәк сәнәғәт предприятиеһы өсөн 25 гектар майҙан ер һайланыҡ. Майҙансыҡ инфрастркутур һәм логистика йәһәтенән бик уңайлы. Төбәктә кәрәкле сеймал дә етерлек, -- тине «Мега Смарт» йәмғиәте директоры Сергей Хегай.

 

--Ике яҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа эшҡыуарҙарға кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ. Был мәсьәләне шәхсән контролдә тотасаҡмын, -- тине Ҡаҙағстандың Премьер-министры урынбаҫары, сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов.

 

Уның һүҙҙәрен республика Башлығы Радий Хәбиров ҡеүәтләне һәм ике ил араһында иҡтисади ғына түгел, гуманитар һәм мәҙәни проекттарҙы ла үҫтерәсәктәрен белдерҙе.

 

Инвестицион эшмәкәрлектән тыш, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында сауҙа-иҡтисади, транспорт, мәҙәниәт, туристик һәм төҙөлөш өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева