АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2021, 09:00

Тимер юл һалынасаҡ

Республикала 170 саҡрым оҙонлоғонда Сибай-Подольск-Сара тимер юлы төҙөләсәк.

Тимер юл һалынасаҡ
Тимер юл һалынасаҡ

Төҙөлөш проектының яҡынса хаҡы 45, 8 млрд. һум тәшкил итә. Тимер юлы Сибай һәм Хәйбулла рудниктарын оло юл менән тоташтырып ҡына ҡалмай, Урта һәм Төнъяҡ Уралдың көнсығыш райондары һәм Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай, Түбәнге Волга райондары һәм Кавказ менән тура бәйләнеш булдырыуға, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Сәнәғәт экспорты” проектына ярашлы экспортты яйға һалырға булышлыҡ итәсәк, тип хәбәр итә Башинформ.

Фото: Башинформдан.

Автор:Гульдар Кадаева