Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2021, 09:25

Эшләйәсәктәр ҙә, байрам да итәсәктәр

10 сентябрҙә Сибай ҡалаһы өсөнсө тапҡыр Рәсәй кимәлендәге киң күләмле сара – «Урал аръяғы – 2021» инвестицион һабантуй майҙансығына әүерелә. Форумда федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнес вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Тулыраҡ сайтта.

Эшләйәсәктәр ҙә, байрам да итәсәктәр
Эшләйәсәктәр ҙә, байрам да итәсәктәр

Сарала ҡатнашыусылар профилле секциялар һәм пленар ултырыш мәлендә инвестицион эшмәкәрлектәге тәжрибәләре, инвестиция йәлеп итеү серҙәре менән уртаҡлашасаҡ, Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-климат формалаштырыу алымдары хаҡында фекер алышасаҡ.

Форумда шулай уҡ экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу темалары ла ҡараласаҡ. Инвестицион һабантуйҙың уникаль форматы бизнес-форумды байрамға әйләндерергә яҙам итә. Һабантуй барышында сара ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары Башҡортостандың мәҙәни һәм милли аш-һыу әҙерләү йолалары менән дә танышасаҡ.

#Сибай#Зауралье2021

 

Автор:Гульдар Кадаева