АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор

Радий Хәбиров әсәләрҙе тәбрикләне

Был фотола әсә бөйөклөгө алдында оло хөрмәт сағылышы

 

Радий Хәбиров Йылайыр районынан Фәнәзиә Таҡаловаға юғары награда - «Герой-әсә» исемен тапшырҙы. Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы сығышы менән Асҡын районынан. 18 йәшендә кейәүгә сығып, тормош иптәшенең тыуған яғы Йылайыр районында таш булып бата. Ире Мир Ғәниулла улы менән улар ун балаға ғүмер бүләк итә. Фәнәзиә ханым бөтә ғүмерен «Матрай» совхозында һауынсы һәм быҙау ҡараусы булып эшләгән.

Ябай ғына ҡатындың төп бәхете, төп ҡаҙанышы, бөтә бөйөклөгө – башҡаларға үрнәк, илгә терәк, тыуған еренә кәрәк булып үҫкән ғәзиз балалары.

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам үтте. Сара сиктәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров күп балалы ғаиләләрҙе, өлгөлө парҙарҙы, оло йөрәкле әсәйҙәрҙе тәбрикләне.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас