Бөтә яңылыҡтар

Спорт майҙансығы яңыртыласаҡ

«Полиметалл» компанияһы һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте 2026 йылға социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

 

 

Төп проект булараҡ ҡаланың Горький урамында урынлашҡан спорт объектының реконструкцияһы ҡарала. Ул сибайҙарға «иске спорт мәктәбе» булараҡ таныш.

Документҡа «Полиметалл» компанияһының Урал филиалы директоры Андрей Новиков һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә ярашлы «Полиметалл» предприятиеһы спорт инфраструктураһын модернизациялау буйынса эштәрҙең тулы циклын финанслауҙы һәм ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә ала. Проект физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә йәштәге кешеләр өсөн заманса, хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Реконструкция ҡалала күнекмәләр үткәреүҙе һәм урында спорт сараларын ойоштороу шарттарын күпкә яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.

«Полиметалл» компанияһы өсөн Сибай ҡалаһы уларҙың идаралығы урынлашҡан биләмә генә түгел, ә йәшәгән урын—йорт та. Спортты үҫтереү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше--предприятиеның социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе лә. "Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы яңыртылған спорт объекты ҡалалаштарҙың яратҡан урынға әйләнер, тип ышанабыҙ»,--тип билдәләне Андрей Новиков.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов: ««Полиметалл» компанияһы менән конструктив партнерлыҡты юғары баһалайбыҙ. Был килешеү--власть һәм бизнестың үҙ-ара ҡала мөхитен үҫтереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлегенең сағыу өлгөһө. Спорт объекты реконструкцияһы--ҡала инфраструктураһын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән әһәмиәтле сара. Уның сафҡа инеүен спортсылар ҙа, ябай ҡала халҡы ла түҙемһеҙлек менән көтә. Был беҙҙең балаларҙың һаулығы һәм киләсәге өсөн йүнәлтелгән инвестиция».

Килешеүгә ҡул ҡуйыу социаль яуаплылыҡ «Полиметалл» компанияһы өсөн өҫтөнлөклө булыуын раҫлай. Спорт объектында реконструкциялау эштәрен 2026 йылдың көҙөнә тамамлау күҙаллана.

Белешмә:

«Полиметалл» – Рәсәйҙең алдынғы алтын табыусы һәм илдәге иң ҙур көмөш етештереүсе предприятиеларҙың береһе. Компания яуаплы эш биреүсе һәм социаль партнер булып тора. Үҙҙәре эшләгән төбәктең белем биреү, спорт, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм инфраструктура үҫеше өлкәләренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас