Бөтә яңылыҡтар

Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер

...Әҙәмдең йәне ней ҡоролом таҙа, ниәте ней ҡоролом йомшаҡ булһа ,уның ғүмер юлы шул ҡоролом ауыр һынауҙар менән киләлер. Хоҙай Тәғәлә яратҡан бәндәһенә сабырлыҡты күберәк йөкмәтәлер.Ҡәйнәм иңдәренә төшкәндең барыһын да күтәрҙе.Күркәм сабырлыҡ менән.Тешен ҡыҫып илар саҡта көлдө, ҡолар саҡта турайып баҫты. Ярһып, шашып ергә йәмле яҙҙар килде. Беҙ ирем менән ҡәйнәмдәргә ҡаршы ғына торған бәләкәс кенә йортҡа күсеп сыҡтыҡ. Ҡайным һарыҡтары менән Яланғаскүлгә күсеп килеп, ҡыуышта йәшәй башланы.Ҡәйнәм көн дә икмәк бешерә.Бешерә лә балларының береһе аша ҡайныма эҫе икмәк ебәрә ине.

Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер
Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер

Уҙған да ғына ғөмөр,ҡалған хәтер... (Бөтә оҡшашлыҡтар осраҡлы) Ауылдың төпкөл тип йөрөтөлгән урманын үтә сыҡтыниһәң,бәләкәс кенә тауға юлығырһың.Йәнтәл уның атамаһы.Ана шул тауҙың төнъяҡ бите яғында һирәк кенә үҫкән ҡайынлыҡтар уртаһынан тәрән булмаған шишмә ағып ятыр.Унда тумарҙар һәләк күп.Оҙон йәшел үләнле,әҙәм баштарына оҡшап торған тумарҙарҙың береһенән икенсеһенә,унан өсөнсөһөнә,ҡыҫҡаһы, тумарҙан тумарға һикереп бара торғас,йәшел генә сиҙәмгә килеп сығырһың. Ҡолас ташлап ,иркенләп ,тәгәрәп йөрөп,ҡыуанып ғүмер итә торған ер ул!Ожмах!Ҡаҙ-өйрәк көттинәһәң дә бик уңайлы ,малға ла иркенселек.Ҡапҡаңды астыңмы ,мал-тыуарың үҙе берләм һуҡмаҡҡа төшөп алып, үркәс-үркәс булып күгәреп ятҡан Ирәндеккә менә лә китә.Сыбыртҡыларға ла түгел. Мин был ауылға килен булып төшкәнемдә ошо сиҙәмдә халыҡтар бура күтәреп,мәж килеп яңы тормош төҙөйҙәр ине. Минең ҡайны-ҡәйнәләрем дә ҡарағайҙан өй күтәреп,башын шифер менән яптыртып ҡуйғайнылар.Тәҙрәләр ҙә уйылмаған ине әле ул ваҡытта. Үҙҙәре ауылдың ,,Ай-һайҙар”араһы тип йөрөтөлгән аҫҡы урамда,төпкөлгә яҡын ғына ерҙә башы ҡалай менән ябылған, иҫкерә төшкән бәләкәй өйҙә ғүмер һөрәләр ине. Мине ,йәп -йәш кенә кыҙ баланы әсә-атам кейәүгә биреп ебәрҙе. -Беҙҙең бөртөк кенә балабыҙ берәү өсөн ят булһа ла,беҙҙең өсөн ул хазина,байлығыбыҙ беҙҙең.Ҡыҙым беҙҙән һеҙгә аманат-мине оҙатҡан саҡта әсәйем кейәүенә шулай тине. -Бай дәүләтле,ҡағылмай,һуғылмай,аяҡтарығыҙҙа ныҡ баҫып йөрөгән ғаилә булығыҙ ,-әсәйемдең һүҙҙәрен ҡеүәтләп ,атайым ҡушылды. Күмәк балалы өйгә,бындағылар әйтмәксе,,ҡалаҡ батҡыһыҙ ғаиләгә“килен булып төштөм. Ҡәйнәм аяғым аҫтына эре биҙәкле ҙур яҫтыҡ ташланы: -Төклө аяғың менән,килен,бәхетең,бәрәкәтең артһын. Билемә уратылған төҫлө таҫманы өс бикәсемдең иң олоһо оялып ҡына сисеп алды. Ҡәйнәм үҙенең ҡатнашҡандарын,күрше- күләндәге ҡатындарҙы килен сәйенә йыйып, боһорап торған самауырҙан сәйнүккә һыу ағыҙғанында ,табын тирәләй гөж килеп ултырған ҡатындарҙың һүҙен бүлеп , ,,шөкөр,киленле булдым,инде тур-башты иртән үк киленгә тапшырам,тип маһайыңҡырап ултырһа ла,түрбашын миңә бирмәне.Ҡара ҡаҙаны менән икмәк һалған лисен ҡыҙғанғандан түгел.Мине ҡыҙғанғандыр,күрәһең. ************************** Ситке өй,төпкө өй тип атала бындағы алты мөйөшлө өйҙөң бүлмәләре.Ике бүлмәлә лә ике оҙон урындыҡ.Урындыҡ өҫтәрендә ,өрлөккә ҡатылған ҙур сөйҙәргә урҙа эленгән.Урҙаға ҡыҙҙаҙың күлдәктәре лә малайҙарҙың салбарҙары ла,ҡайнымдың ҡара кәстүме лә ,ҡәҙергә кейеп сыға торған затлыраҡ күлдәк,дебет шәл,яулыҡ,таҫтамалдар бөтәһе лә аралашып эленгән. Кәртә-ҡураға малды бикләп,эште теүәлләп,ситке өйҙөң урындығында ашъяулыҡты туңәрәтеп ултырып киске аш менән һыйланғас,йоҡларға әҙерләнә башланыҡ. Ҡәйнәм төпкө бүлмәнең урындығының бер яҡ ситенә беҙгә урын түшәп,шаршауын тартты ла, урындыҡтың икенсе яғына өс ҡыҙға ҡаралды түшәне,тағы өс малайға мейес буйына,иҙәнгә урын йәйҙе.Үҙҙәре ситке яҡтағы урындыҡта бәләкәстәрен урталарына алып, ятып киттеләр.Кинйәбайҙары дүрте менән бара . Ҡәйнәм шул кинйәкәүенә һаман сәмгелдәк көйөн мөңрәп ,тупылдатып һөйөп йоҡлата ине. Ҡайны-ҡәйнә йортондағы беренсе көнөм!Кисем!Төнөм! **************************** Беҙ тиҙ генә башҡаланманыҡ.Ҡайны-ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәп ятыу.Ирем тракторҙа эшләгәс,иртәнсәктән кискә тиклем ҡырҙа,мин таш магазинға терәлеп торған лареккка һатыусы булып индем. Ҡайным һарыҡ көтөүсеһе.Чабан.Минең иптәшемә етәгеһе ике ҡәйнешем фермала малсылар.Ҡәйнәм түрбаштан бушамай.Көнөнә ике лис икмәк һалып ала.Беренсе лисен мейестән сығарып алыуға ,оло табаҡҡа баҫҡан ҡамыры ҡалҡып китә,уныһын тасҡай һала ла,мейескә яңынан ут яға .Ғаилә ишле,малайҙар тамаҡҡа талымһыҙ. Ҡыштың башы ине.Аҡ ҡына булып һыҙылып ҡына таң атып килә.Ҡәйнәмдәр уянып,иҙәнде шығырлатып атлап йөрөүҙәренә беҙ ҙә уянабыҙ,иҙәндә ятҡан ҡәйнештәр ҙә ырғып тороп ,атайҙары менән мал тәрбиәләргә сығып китәләр.Ҡыҙҙарға - мәктәпкә .Улары сыр-сыу килеп йә тараҡ,йә ҡәләм-дәфтәр эҙләй башлайҙар.Шунан ҡайһы аяғөҫтө,ҡайһы урындыҡ ситендә генә сүкәйеп сәй һемерәләр ҙә ,мәктәпкә югерәләр.Кинйәкәү генә ирендәрен супылдатып,ҡолас ташлап йоҡлап ятып ҡала. -Килен,бөгөн һуғым ашатырбыҙ,күрше-күләнгә кисә үк йөрөп әйтеп сыҡтым,туғандарҙы йыйып алырбыҙ.Һин ларегыңдан мулыраҡ итеп кәмфит ,пишинйә үлсәп алып ҡайтырһың. Түрбашҡа ярҙамға Бәҙриҡәмәр апайға әйтәм,ҡайныңдан ит боҙҙорормон хәҙер,-ҡәйнәм өтәләнеп йөрөп ҡалды,мин эшемә югерҙем. Ап-аҡ ҡарҙар яуып,көндәр шаҡ ҡатырып һалҡынайтһа өй һайын һуғым һуйыуҙар,эсәк арытыу,ҡарын-күҙҙекәс ҡырыуҙар,тултырма тултырыу,тояҡ өтөүҙәр,ҡыҫҡаһы,һуғым мәжлестәренә әҙерлек башлана.Ул оло бер байрам бит ул беҙҙә.Табындар мул була ,ҡунаҡтар күп саҡырыла:уйын -көлкө,һый -хөрмәт,йыр-моңло мәжлес! Яҡын туғандарың ,ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың ғына түгел,ут күршеләрең-һинең иң дәрәжәле ,абруйлы,ҡәҙерле ҡунаҡтар иҫәбенә инә. Ул күршеләрең усаҡ өсөн тере ҡуҙ ғына биреүсе түгел ,улар йөрәгеңде дөрләтерлек ут ,ҡот өләшеүсе иң-иң изге йән эйәләре! Көн кискә ауып,урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйелеп,ҡунаҡтарҙы көтөп, түрбашта мәж килеп йөрөй инек.Ҡайным тирләп-бешеп ҡаҙандан ит һоҫоп алып торған ҡәйнәм эргәһенә килеп былай тип һүҙ ҡушты. -Баҙыян,мәжлескә Гөлйыһанды ла алайыҡ. -Атаҡ...-ҡәйнәмдең ҡулынан оло табағы төшөп китә яҙҙы-Юҡ,,мин үлгәс, ...Саҡырырһың...Яңы өйөңдөң иң түренә мендереп ултыртырһың ... -Баҙыян,минең сабырлыҡты һынауыңмы?Ризамын тигән-ҡайным түрбаш менән ишек араһында үрле -ҡырлы кәлеп һала башланы -Туҡта...Башлама яңынан.Үтенәм.Ҡунаҡтар килер алдынан кәйефте боҙма...Йөрәгемде тулатма! -Баҙыян,ризалығыңды бир.Икенсе ҡатынлыҡҡа алам Гөлйыһанды,ризалығыңды бир...-ҡайным ҡәйнәмдең ҡулынан итле табаҡты тартып алып,Бәҙриҡәмәр инәйгә тотторҙо ла,ҡәйнәмде үҙенә табан әйләндерҙе,-Баҙыян,ҡунаҡтарым алдында ниәтемде әйтмәксемен,Мәндәғол ҡартҡа ла аңғарттым,никах уҡып китер бер ыңғайҙан. Шайморат,килендән,улдарыңдан оялыр инең,исмаһам.Улар менән уҙышмаҡсыһыңмы?Дүрт улыңды башлы-күҙле итәһең бар,-ҡәйнәм ҡаты итеп әйтте,-ниндәй бисә алыу?Оял! -Оялмайым,Баҙыян.Яратам уны...Яратам..үлеп яратам... Бәҙриҡәмәр инәй ҡайнымдың һүҙен бүлде. -Ҡуй,мәжлес йәмен ебәреп,бер-берегеҙҙең йөҙөнән алмағыҙ...Шайморат,Баҙыяныңды аяһаңсы.Ана, күршеләрең йыйыла башланы ,соланда ҡаптырҙашалар түгелме? Ҡәйнәм урындыҡ ситенә саҡ барып ултырҙы,йөҙөн устары менән япты.Уның яурындары ҡалтырайҙар ине. -Өйләнәм ти ҙә ҡалаһың...Гөлйыһан һиңә килергә ризамы һуң? -Бөгөн һорармын ризалығын.Йәмәғәт алдында. -Бөгөн түгел,бабай.Бүтән ваҡытта ,мин әҙер түгелмен...Унан Гөлйыһанды ла халыҡ алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырһың.Бүтән ваҡытҡа ҡалдыр. -Ҡасан...-ҡайным оторо ярһыны. Ҡәйнәм бүтән өндәшмәне. Мин бер ҡәйнәмә,бер ҡайныма ҡарағанмын да ҡатып ҡалғанмын.Минең өсөн ҡарт,оло булып тойолған ҡайнымдың яратам тип тороуы аҡылыма һыйырлыҡ ғәмәл түгел ине! Ул арала әбейен эйәртеп ,көләмәйҙәп Мәндәғол мулла килеп инде. -Әссәләмәғәләйкүүүм,,һау тороп ятаһығыҙмы,Баҙыян килен,Шайморат ҡусты?! Ҡайным ҡунағына ҡаршы атланы. -Баҙыян киленең риза түгел,ағай,-ҡайным Мәндәғол ҡарттың тунын систереп элгәнендә шулай тип шыбырҙаны. Берәм-һәрәм ҡунаҡтар йыйылыша башланылар,таяҡҡа таянған ҡарттар ҙа,биләүҙәге балларын сәмгелдәге менән ҡуша күтәргән кейәү менән ҡыҙ,һылыу ғына ҡатындарын эйәрткән баштары өрлөккә етә яҙып торған бәһлеүән ағайҙар ,биҙәктәре күҙ яуын алып торған шәлдәр бөркәнгән инәйҙәр. Ҡәҙерле ҡунаҡтар табын тирәләй ултырышып, бишбармаҡ менән һыйландылар,ҡоротло һурпа менән хушһындылар,мәрәкәләшеп,көлөшәп күңел астылар,ҡурай тарттылар,йырланылар: Алтын ғына балдаҡ,ҡушалы һабаҡ. Ергәлә генә төшһә табылмай! Уҙған да ғына ғүмер,ҡалған хәтер Һатып алам тиһәң дә табылмай! Үәй.Үәй.Үәй... Оҙон йырҙарҙы төртмә таҡмаҡтар алмаштырҙы. Сәй эскеләрең киләме Ит ашағың киләме? Ҡымыҙ эсеп ,ҡыҙара бүртеп Ҡыҙҙар һөйгөң киләме?-таҡмаҡсыһы мәрәкәләп ҡайнымдың бөйөрөнә төртөп ебәрҙе. Ҡайным да,ҡунаҡтар ҙа кеткелдеге сығып көлөштөләр. -Йә ,булмаһа,бер һелкенешеп алайыҡ.Ағай ,мә,һин хәҙер ҡурайыңда һыҙҙырып уйнап ебәр. -Йә,һинең ҡурайыңда нисек бейей икән еңгәһе! -Булдырабыҙ уны.Ике еңгәңде бейетерлек көс-ҡеүәт бар әле күкрәктә!-ҡайным йоҙроғо менән түшенә ҡаты итеп һуғып ебәрҙе-Еңгәләрегеҙҙе түгел,нимес эттәрен эҫе табала ҡурҙаҡ урынына бейетеп ҡайтҡан ағағыҙ! Ҡайным өҙҙөрөп ҡурайында уйнаны.Өй эсе сихри моңға сорналды.Йөрәктәргә тыныслыҡ,йөҙҙәребеҙгә яҡты нур бөрктөмө ни ҡурай моңо! Ә ҡәйнәмсе!Ҡайнымдың ҡурайына һалмаҡ ҡына итеп бейеп тә китте...Уның йөҙө балҡыны,кәүҙәһе һомғолланды.Сөңгөлдәргә осорға әҙерләнгән инә ыласын һымаҡ берсә талпынды,берсә кәйпелеп кенә ергә ҡунды. Таң ҡалмалы ! *********************************** Мәжлес тамам булып,ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, ҡайным урҙала эленеп торған кейемдәрен тоҡҡа тултырып алды, атын егеп ауылдан сығып китте.Аҫҡурамдың эттәре ауылды сығып киткәнсә ылауҙы абалап оҙатып барҙылар.Ирем,ҡәйнештәрем,бикәстәрем йоҡлап киттеләр.Мин түрбашта сынаяҡтар йыуа инем. -Ҡуй,килен,иртән йыуырбыҙ,ул туҫтаҡтар ҡайның артынан ҡасып бараларҙыр шул?Былай ҙа таң һыҙылғандан аяғөҫтөһөң. Мин утты һүндерҙем дә ,ҡараңғыла һәрмәнеп барып түшәккә ауҙым. Өй эсе тын.Ҡәйнәм генә тынлыҡты боҙоп ауыр итеп көрһөнөп ҡуя ине. Әҙәмдең йәне ней ҡоролом таҙа,ниәте ней ҡоролом йомшаҡ булһа ,уның ғүмер юлы шул ҡоролом ауыр һынауҙар менән киләлер. Хоҙай Тәғәлә яратҡан бәндәһенә сабырлыҡты күберәк йөкмәтәлер.Ҡәйнәм иңдәренә төшкәндең барыһын да күтәрҙе.Күркәм сабырлыҡ менән.Тешен ҡыҫып.Илар саҡта көлдө,ҡолар саҡта турайып баҫты. Ярһып,шашып ергә йәмле яҙҙар килде.Мин ирем менән ҡәйнәмдәргә ҡаршы ғына торған бәләкәс кенә йортҡа күсеп сыҡтыҡ.Ҡайным һарыҡтары менән Яланғаскүлгә күсеп килеп,ҡыуышта йәшәй башланы.Ҡәйнәм көн дә икмәк бешерә.Бешерә лә балларының береһе аша ҡайныма эҫе икмәк ебәрә ине. ,,Минән биҙҙе ҡайның,баллары атаһынан,атаһы балларҙан биҙмәһен ,һыуынмаһындар,,-тигән булды. Май айында иремә етәрәк ҡәйнешем Иштуғанға военкоматтан ,,отправка”килде. Ҡайныма ҡәйнәм иртүк сапҡын ебәргән ине.Атын ҡара тиргә төшөрөп туҡмап ҡайтып ингән ҡайнымды ҡапҡа алдына йыйылған халыҡ геү килеп ҡаршы алды. Бал һемереп ҡыҙмаса булып алған Ҡыҙыл буйынан килгән ҡайнаға бер ҡулы менән аттың теҙгененә йәбеште лә икенсе ҡулы менән эйәр өҫтөндә ултырған ҡайнымды гөрһөлдәтеп ҡара тупраҡҡа һөйрәтеп төшөрҙө.Ҡайным ергәйөҙтүбән барып төштө . Ҡаршылағы өйҙән күнәккә ҡайнар һурпа ҡутарып алып,ҡәйнәмдәр урамына инеп кенә тора инем был мәлдә.Ҡайным менән ҡайнаға ер өҫтөндә айпалашып алып киттеләр:берсә ҡайным өҫкә ҡалҡып килеп сыға,йә ҡайнаға еҙнәһенең өҫтөнә менеп ултырып,башын йоҙроғо менән төйгөсләй башлай.Һалдат оҙатырға килгән халыҡ шәм һымаҡ баҫҡан да ҡатҡандар. Иштуған ҡәйнеш илай.Ҡәйнәм улын йыуата,мәхшәр китте. Ә был мәлдә ҡайнымдың һеңлеһе Муйылбикә апай келәт ишеген ҙур итеп асып ҡуйған да, тимер мискәнән борҡолдоғо сығарып киндер тоҡҡа он тултыра ине.Ҡысҡырыш башланғас,өҫтө -башы онға буялған Муйылбикә апай ҙа осоп-ҡунып ,,көрәшселәр” эргәһенә килеп баҫты: -Үлтерешәләр!!!Милиция!!! Ул ҡатын-ҡыҙ сырылдаша. Һурпалы күнәгемде бисәләрҙең береһенә тотторғанмын да ҡайнаға менән ҡайным араһына барып ингәнмен. -Ҡайнаға,ҡайным,туҡтағыҙ ,үлтерешеп бөтәһегеҙ бит.Ҡайнаға,имен сағығыҙҙа ҡайтығыҙ!-ҡайҙан килгәндер миңә ул ҡыйыулыҡ,көс -ҡәүәт!Үҙем ҡысҡырып илайым.Тимербулат ҡайнаға ҡайнымдың муйынына батырған ҡыпһыуырҙай бармаҡтарын бушатты.Аяғүрә баҫып лыс тупраҡ булған кейемен ҡаҡҡысланы ла,машинаһын үкертеп ауылды сығып китте.Ҡайным атына һеләүһендәй ырғып менде лә ,машинаны ҡыуып сабып китте. -Атааай!-Иштуған атаһының артынан һөрәнләп йүгереп сыҡты. Мин мәж килгән халыҡтар уртаһында сәсем-башым туҙған килеш илап ултырып ҡалдым. Кис ҡәйнәм беҙгә инде.Йөрәген семетеп-семетеп торған уйҙарын яҙырға,таратырға инеп ултырыуы инде. -Баллар,ғүмерҙең ҡыҙығы шул бит ул.Ҡағылып,һуғылып йөрөп,берәй көн килеп,мең-мең бәләләрҙән үттем,улдарымды ир еткерҙем,ҡыҙҙарымды буй еткерҙем,балларымдың балларын һөйҙөм тип ,ҡыуанып, иҫкә алыу мәлдәре булыу.Килен,шул көндәрҙе күрерменме икән? -йөҙө уйсан ине үҙенең. -Күреүгә яҙһын,ҡәйнәм-башҡа йыуатыу һүҙе тапманым.Мин ,ғөмүмән ололарҙы йыуата белмәйем икән. 

Беҙҙең улыбыҙ тыуҙы.Ҡайным менән ҡайным олатай,өләсәй булдылар.Ейәнен күрергә ҡайтҡан ҡайным ҡәйнәм,баллары янында ҡалды. Яңы өйҙәренә тәҙрәләр уйҙылар,ҡоймалар менән уратып алдылар.Өй һалам тип әйтеүе генә анһат.Өйгә өйәһең дә өйәһең шул. Иштуған улы армиянан ҡайтты,уға етәгеһе Айтуған армияға китте.Был юлы яуһыҙ ғына оҙатып ебәрҙек . Беҙ магазин янындағы ҙурыраҡ өйгә күсеп сыҡтыҡ. Ҡыҙыма ауырлы инем.Бер саҡ ҡәйнәм килеп инде.Эсендәге хәсрәткенәһен бушатырға килеп ултырыуы.Ейәнен тупылдатып һөйһә,йөҙө яҡтырып ,күңеле күтәрелеп киткән һымаҡ. -Ҡайныңды әйтәм....Ҡәҙереңде белмәгән әҙәм,һин ай булһаң да,көн булһаң да,туғыҙ һауһағыңды киҫеп бирһәң дә ҡәҙереңде белмәйәсәк.Хатта фәрештә булһаң да...Ҡайның йәнемде генә һурып алмай.Шул яңы өйгә сығып буламы инде? Тауҙар аҡтарырҙай,таштар ярып таштағандай ғәйрәтем бар һымаҡ ине.Әллә ниңә һуңғы ваҡыт хәл дә юҡ,юҡҡа-барға ла гөлп итеп ҡабына ла китәм. Ҡәйнәм бирешеп,йонсоп,бәләкәсәйеп киткән һымаҡ. -----------------------------------------------------------— Мейескә икмәк һалған һайын ҡәйнәмдәргә лис алырға төшәм.Үҙебеҙҙеке юҡ.Етешеп китә алмайбыҙ. Шулай мейескә яғып ебәрҙем дә ,ҡәйнәмдәргә югереп төштөм.Ҡайным урмандан ҡайтып,ағастарын бушатып тора ине.Баш һелкеп кенә һаулашып өйгә индем дә ,йомошомдо йомош итеп ҡайтып киттем. Икмәк яһаным,листә ҡалҡып ултыра.Мейестәге ҡуҙҙарҙы болғап торһам,ҡып-ҡыҙыл булып кинйәкәү ҡәйнешем килеп инде. -Еңгәй,әсәй һине саҡыра,тиҙ генә килеп китһен ,-инер -инмәҫ хәбәрен теҙҙе малай. -Аһ.Аһ..улай ашығыс нимә булды? -Ней...теге..атай ауырый...-ҡәйнеш сығып югерҙе.Ишеккә йоҙаҡ элдем дә артынса киттем. ,,Ауырып киткән ҡайнымды шылдырып һалышырға кәрәкме икән ?Ҡалайыраҡ ауырып киткән һуң?”тип югерә-атлай барып индем.Ҡайным урындыҡта ята. -Нисек ауырый ҡайным?-үрелеп кенә ҡайныма ҡарап торам. -Ҡайның үлеп ҡуйған әле ул...-ҡәйнәм урындыҡ ситенә ултырып һығылып илап ебәрҙе. -Нисек,ҡәйнәм ,утын бушатып ҡына тороп ҡалғайны лаһа...ҡайным...лис алырға килгәнемдә. -Утынын бушатып бөтөп инеп ике сынаяҡ сәй эсте лә Муйылбикә һеңлеләренә китте.Тайын өйрәтергә...Мәктәп яғында бысылған тополь өйөп киткәндәр.Шул ерҙән юртып барғанда,кәйпелеп кенә китеп,башы менән шул тополға барған да төшкән...Яраһы -фәләне юҡ былай... Ах,был яҙмыштар.Ҡасан йүкә ,ҡасан ҡайыш шартлап өҙөлөрөн әйтеп булмай.Кәләш алам тип дәрте ташып торған ҡайным донъя ҡуйҙы. Тирә яҡтағы ауылдарҙағы туғандарға хәбәр иттеләр. Моргҡа алып барыуҙан ҡәйнәм ҡырҡа баш тартты. -Юҡ.Телгәсләргә бирмәйем...Язалатмайым. -Врачтар үлемдең сәбәбен белеп ,ҡағыҙ яҙып бирәләр,еңгәй.Ҡуй улай итмә.Ҡағыҙы,справкаһы булмаһа,балларыңа пенсия сыҡмаясаҡ бит ,еңгәй-,ҡайнымдың ҡустыһы Хөсәйен ҡайнаға аҡыллы кәңәш биреп ҡарай.Ҡәйнәм һүҙен бирмәй. -Ҡуй.Ярҙырмайым.Кәрәкмәй пенсияһы. Моргка алып барманылар.Хөсәйен ҡайнаға районға барып,врачтың үҙен алып килде.Ҡәбергә төшөрөр алдынан,врач мәйеттең башын тотҡослап,мейе ҡумтаһы онталған тип,справка яҙып бирҙе.Ҡәйнәм балаларына пенсия юллап алды. Аллаһы Тәғәлә әҙәмгә һис ҡасан күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡты йөкмәтмәйҙер.Ул һинең йәнеңдең самаһын беләлер.Был ҡайғыны ла күтәрҙе ҡәйнәм...Күтәрә алмаҫ,урталайға бөгөлөр,шартлап һындырыр ҡәйнәмде был ҡайғы тип уйлағайным... Ҡайнымдың ҡырҡын уҡытып,ҡәйнәм янында Бәҙриҡәмәр инәй менән мин генә ҡалғайныҡ.Ҡәйнәм былай тине: -Бәҙриҡәмәр апай,әллә Шайморатҡа икенсе бисә алырға ризалығымды бирмәй хата яһаныммы икән?Ҡайғырыр,илар инем дә тынсыр инем...бәлки...Күңелем бөгөн тыныс булыр ине. Олоғайған һайын,әҙәмгә йән тыныслығы,яйлы уй,таҙа аҡыл,бәхетле йөрәк кәрәк.Ә беҙ нимә эшләнек? Тәмһеҙләштек,һүҙгә килештек,янъяллаштыҡ,мәсхәрәләргә төшөп бөттөк . Ах!Шуныһы үкенесле булды ...Үкенесле... Тере кеше тереклеген итә.Ҡыбырҙай....Ҡыймылдаған тауҙар ашыр тиме әле?Ҡәйнәм көн һайын яңы өйөнә йөрөнө.Оҫталар ялланы,улдары менән дә күмәкләп эшнеләр.Иҙән түшәнеләр,мейес сығартты,тәҙрә ҡуйҙырҙы.Иштуғанды өйләндерҙе,Айтуғаны ғаилә ҡороп ебәрҙе.Малдарын тотондо.Өҙөлөп -йолҡоноп өлкән ҡыҙы Таңһылыуҙы туйлап кейәүгә бирҙе.Туйҙы яңы өйҙә яһанылар,соланға иҙән дә түшәлмәгән ине әле. Йонсоно,бөтөрөндө ҡәйнәм.Ябыҡты,кәкерәйеп китте.Тешләнеп түҙҙе,сыҙаны.Яңы өйөнә күсеп ингәнендә бер арыҡ һыйырға ҡарап тороп ҡалды. Шунан Айсыуаҡ улын әрмегә оҙатты. Ҡышҡа йонсоп,һуғымһыҙ барып инде. *********************** -Әсәй манный ярмаһы һорарға ебәргәйне,-шығырҙап ишек асылып китте лә кинйәкәүҙең башы күренде. -Манныйыбыҙ юҡ шул...-Кинйәкәү эсе бошоп ҡына ҡайтып китте.Бының бутҡа ашағыһы килдеме икән,тип уйлап тороп ҡалдым. Ай үттеме икән, ҡәйнеш тағы килде. -Әсәй ағайҙы тиҙ генә килһен әле,эштән ҡайтҡас та тип әйтергә ҡушты,-тине лә ,ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып югерҙе. Кисләтеп кенә ҡайтып килгән,,Беларусь”тауышы ишетелеү менән ,ҡаршы югереп сыҡтым. -Айҙар,ҡәйнәм һине тиҙ генә килеп ҡайтһын тип сәләм ебәргән.Көндөҙ үк кинйәкәү килеп әйтеп китте. Айҙарым шәп тиҙлек менән күпер яғына төшөп китте. Ней булыр был?Ҡәйнәмдең ниндәй кисектергеһеҙ йомошо төштө икән,тип үҙемә урын тапмай,сыпраңлап йөрөүем. Балларҙы өйҙә ҡалдырып,тыштан йоҙаҡ элдем дә ҡәйнәмдәргә киттем. Ҡышҡы селлә ингән,һыйыр мөгөҙөн шартлатып һындырырлыҡ һыуыҡ.Аҡыллы әҙәм бындай көндө этен дә урамда ҡалдырмай... Ҡәйнәмдәргә барып инһәм,табынды уратып дүрт улы менән ҡәйнәм әңгәмәләшеп сәй эсеп ултыралар.Ҡәйнәм ябығып,кәкерәйеп киткән .Йотом һыуға сарсаған ыласынға оҡшап ултыра.Инәләре янына йыйылған ыласындар шымып ҡалдылар,бөтәһе бер юлы миңә боролдолар. Ҡәйнәмдең йөҙөндә йылмайыу ҙа,күҙҙәрендә осҡон сәскән йылылыҡтың әҫәре лә юҡ. ,,Сабырһыҙ!”-тип, өтөп ҡараны ҡараны ул миңә. -Улдарымды ғына йыйғайным....килгәсең...үтеп ултыр...-ҡәйнәм сынаяҡҡа тип үрелеүе булды,мин ишекте шарт ябып сыҡ та кит! Ҡәйнәмә үсегеүме инде,сабырһыҙлыҡмылыр...Шул ҡылығым өсөн үҙ-үҙемде оҙаҡ ғәфү итәлманым. Ҡәйнәм ҡаты ауырып китеп,үҙенең хәлен аңғартыу,кәңәш-төңәш ,һорау-яуап ,донъяны һөйрәү,етем-еһер ҡаласаҡ ҡыҙҙарын,кинйәкәүҙе ҡурсыу,бер-берегеҙҙе тартыу,һуҡмау,ситкә типмәү , йоҙроҡ һымаҡ уҡмашыу кеүек тормош һабаҡтарын-васыятын күндереү өсөн иң һуңғы кәңәш-ҡорона ыласындарын йыйған ине. Кинйәкәүҙең манный ярмаһы һорап килеүенең сәбәбе лә шул -ҡәйнәмдә яман шеш ауырыуы булып,тамағына аш үтмәй башлаған мәле булған икән. Ҡәйнәмде Өфөгә больницаға һалдылар,оҙаҡ ҡына дауаланып ятты.Бикәстәрем,кинйәкәүҙәре һағындылар,әсәйһеҙ өйҙә йәм тапмай зарыҡтылар. Операция яһағайнылар ҡәйнәмә.Мин иң бәләкәс бикәсем менән Өфөгә юлландыҡ.Арыуланған булһа,ҡәйнәне ҡуша алып ҡайтырбыҙ,тип тә уйлашҡан булдыҡ. Ҡәйнәм ятҡан больницаны барып таптыҡ, палатаһына индек.Ҡәйнәм бәләкәс кенә булып ята. Бикәсем әсәһенең эргәһендә суҡайып ҡына ултырҙы,әсәһе ҡыҙының етен сәстәренән оҙаҡ итеп һыйпап ятты-ҡулдары ҡурай һымаҡ нәҙек кенә булып ҡалғайнылар. Һөйләшмәнек.Ҡәйнәмдең шыпа хәле юҡ ине. Дауалаусы врачҡа индек. -Был ҡыҙыҡай әсәһе янында булып торһон.Беҙ ололар һөйләшеп алайыҡ,тип врач Көнһылыуға сығып торорға ҡушты. -Беҙ ҡәйнәмдең хәле арыуланған булһа,алып ҡайтайыҡ тип уйлашҡайныҡ...- тамағыма килеп тығылған төйөндө саҡ йотоп ебәрҙем. Врач миңә һынап ҡараны. - Юҡ. Өлкәнерәктәр юҡмы? Ир кешеләр? Юлығыҙ алыҫ ҡына.Әсәйегеҙгә юлда бер -бер хәл булып ҡуйһа,ҡыҙығыҙ ҡурҡыр, ир- егеттәр килһен. Аңлағанһығыҙҙыр.Операция эшләнек.Тик бик һуң врачтарға мөрәжәғәт итеү сәбәпле,операция ярҙам итмәне. Икенсенән.Яра урынынан ҡан һарҡып тора әле.Һарыҡ ите алып килһендәр улдары.Яраһын сей ит менән ябып алып ҡайтырға тура киләсәк. Йәшәргә лә күп ҡалмаған.Үҙегеҙ ныҡ булығыҙ. Врач кабинетынан иҫәңгерәп килеп сыҡтым. Ҡәйнәмде алып ҡайтырбыҙ,йәшәр әле ! -тигән өмөттәр менән,бикәсемде ,үҙемде йыуатып килгәйнек бит! Яңы өйөнә ыҙалап,өҙөнөп-йолҡоноп ҡына барып инде ...Иркенләп,рәхәтләнеп йәшәп тә өлгөрмәне!Ике ҡыҙын,ике улын башлы-күҙле итәһе бар ине бит! Беҙ ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ.Көнһылыу палатанан сыҡҡанда әсәһенең аяҡ осона ятып бер һығылып иланы. Бикәсем поезда йоҡланы,юл һуҡты,арыны.Бала бит . Беҙ ҡайтып төшкәйнек кинйәкәү ҡаршы йүгереп сыҡты.Әсәһен таптырып ,иҙәндә тәгәрәп йөрөп иланы. -Мине лә әсәйгә апарығыҙ,әсәйҙе минең дә күргем килә!!!Һеҙгә рәхәт,Әсәйҙе күреп ҡайттығыҙ... Айтуған ҡәйнеш Өфөнән ҡәйнәмде алып ҡайтты.Тик станцияға етеп,поездан төшөрөп алғас,ҡәйнәмдең хәле ныҡ мөшкөл булғанға күрә ауылға алып ҡайтып тормай,юл ыңғайы станцияға яҡын йәшәгән һеңлеһе Хәнифә апайға ҡалдырып ҡайтып төшкәндәр. Әсәһен ҡаршы алырға сыҡҡан кинйәкәү буш сананы күргәс,тағы иларға тотондо. -Әсәйгә апарығыҙ,әсәйҙе күргем килә!!! -Иртәгегә саҡлым ғына сабыр ит,көн кисләп китте бит,иртәгә ағайың алып барыр,тип тынысландырып ҡарайбыҙ.Юҡ.Буш санала тик ултыра. Кис үтә һалҡын.Тирҫтән өргән буран да,Ирәндектән иҫкән әсе ел дә һөйәккә тиклем үтә. Атты туғарып,саналағы бесәнгә ҡушып ҡуйҙы ҡәйнештәр.Санала һыҡтап ятҡан ҡәйнешем янында ҡалтырап ултырам. Йыуатыр һүҙ ҙә табалмайым.Атҡа ҡарағанмын да тынып ҡалғанмын. ,,Аҡылы мул хайуанҡай.Ул сабыр,ҡеүәтле,көслө... Уның һымаҡ сабырлыҡты ҡайҙан алмаҡ кәрәк?” Икенсе көн таң менән ҡәйнештәр кинйәкәүҙе үҙҙәре менән алып,Хәнифә апайҙарға ҡуҙғалдылар.Ҡыҙыл йылғаһын үткәндә былар ҡәйнәмдең кәүҙәһен алып ҡайтып килгән ылауға тап булғандар:ҡәйнәм төнөн үтеп киткән икән. Шулайтып ҡәйнәмде өйҙөң түренә индереп һалдылар. -Тере сағында күргем килгәйне...-кинйәкәү тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш өнһөҙ генә ҡалтырап ултырҙы,тамсы ла күҙ йәшен сығарманы. Шулай итеп ҡайнымдан өс йыл ҡалып,ҡәйнәм гүрҙәргә инеп ятты. Көндәрҙе төндәр ,ҡыштарҙы яҙҙар ,дәүерҙәрҙе дәүерҙәр ялғай.Кисәге ер битендә йөрөп ятҡан әҙәмде лә саң-тупраҡ баҫа... ************************************* Шул замандарҙан бирле байтаҡ ғүмер үтеп киткән икән.Юҡ.Ғүмер үтмәгән.Шул ғүмерҙе беҙ үҙебеҙ уҙып киткәнбеҙ .Әле ҡайны -ҡәйнәнең илле йыл элек күтәргән өйҙәренең ҡоймаһына тотонғанмын да ,һығылып ҡына илап торам.Был өйҙә бер кем йәшәмәй хәҙер.Буп -буш.Биш улының бишеһе лә юҡ ер битендә. Ә баҡсала быйыл алма шашып уңған !Алмағастың ботаҡтары емешенә көсө етмәй, ҡара тупраҡҡа тиклем эйелеп торалар. ,,Ботаҡ эйелһә хәлһеҙ икән тимә,емешенең күплегенән эйеләлер.Әҙәм эйелһә,мөхтәж икән тимә,һине хөрмәтләгәнгә эйелә...” Ҡәйнәм мәрхүмәнең кинәйәләп һөйләгән һүҙҙәре иҫемә төшә.Ҡәйнәм үҙе лә ошо ҡартайған,бөгөлгән алмағас һымаҡ күҙ алдыма килеп баҫа.Ҡәйнәм бит бөтә кешене хөрмәтләне,кешеләгә үтә изге булды. Тирә-йүнгә татлы булып алма еҫтәре аңҡып киткән.Ҡәйнәм мәрхүмә тарамыш ҡына ҡулдары менән беҙгә,тереләргә алма өләшә һымаҡ. Ҡойма аша үрелеп кенә бер алманы өҙөп алып тешләнем.Татлы ла,әсе лә ине өҙгәнем... ************************************* Ваҡытында ҡәйнәмә күңелен иретерлек,йөрәгенә май булып яғылыр татлы һүҙҙәремде ниңә йәлләнем икән?Йөрәк кенәһе һыҡтап,йән генәһе меңгә туралып ялбырҙап торған саҡтарында,йәненә тыныслыҡ табалмай аҙапланғанында күңелен имләр һүҙҙәрҙе ниңә унан ҡыҙғандым икән.Ниңә бер генә тапҡыр уны ҡосағыма алып яратманым... Йыуатманым.Иңдәренән тупылдатып һөймәнем...Мин дә ҡатын-ҡыҙ затынан бит!Йөрәгемдәге әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрем,йәнде ҡыҫып йөрөгән уйҙарым бөгөн тынғы бирмәй миңә.Берәйһе мине йылымыс һүҙе менән йыуатһын,иңдәремдән һөйһөн ине! ,,Ҡыҙ мыҡты булып тыумай,донъя өйрәтәлер. Ныҡ,мыҡты булырға тырыш.Ҡатындың көсө шул мыҡтылығында бит! Мин башҡалар һынған ерҙә турайып баҫтым,яҙмышым һынауҙарының һуңына тиклем сыҙаным...Барына күнәһең икән ул...Сабырҙар булып күнәһең ,килен...” Әсе татлы алманы тағы ла тешләнем. Алтын ғына балдаҡ,ҡушалы һабаҡ Ергәлә генә төшһә табылмай. Уҙған да ғына ғөмөр,ҡалған хәтер Һатып алам тиһәң дә табылмай! Үәй,үәй,үәй...

С.Тамимдар.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас