Мәктәпте тамамлағас, Фәниә Шәкирйән ҡыҙы Йылайыр һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙ итә. 1979 йылда йәш белгес Юлдыбайҙағы Көнкүреш йортона тегенсе булып эшкә килә. Тәүҙә тегенсе, аҙаҡ бесеүсе булып үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Ул йылдарҙа магазин кәштәләрендә бөгөнгө кеүек кейем–һалым тулып ятмай, шуға күрә күптәр кейемде үҙе тектерә, шунлыҡтан тегенсе һөнәренә ихтыяж ҙур була. Ә инде Фәниә Таҡалова кеүек үҙе бесеп, оҫта теккәндәр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә була. Атаһы, аяҡ теген машинаһы бүләк итә. Бөгөн дә ул,ҡомартҡы булып, йортоноң түренән урын алған, әле лә шыҡылдап эшләп ултыра. —Ул йылдарҙы иҫләһәң, заказдарҙың күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Көнкүреш йортонда әллә күпме тегенсе эшләй, айлыҡ норма ҙур, уларҙы арттырып үтәүҙән башҡа, шәхси клиенттарға ла тегеп өлгөртә торғайным. Ул арала йорт эштәре, балаларҙы ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр. Һәр әйберемде яратып тектем, һәр береһенә күҙемдең нуры, күңелем наҙы һалынды. Ә инде кеше, мин теккән әйберҙе кейеп, ҡыуанысынан көҙгө алдында күбәләктәй әйләнһә, шунан да юғарыраҡ бәхет юҡ, тип уйлай торғайным, шул ҡәҙәр эшемде яратып башҡарҙым–ти Фәниә Шәкирйән ҡыҙы.—Тауарҙар ул ваҡытта бөгөнгө көн кеүек һайлап алырлыҡ түгел ине, кемдер ҡайҙандыр таба, алдырта. Сифатлы ебәк, трикотаж тауар алып килһәләр, шул тиклем шатланып тегер инем. Ана, хәҙер йәнең теләгәнеңде һайлап ал, әммә кеше әҙер кейем–һалым һайлай. Күберәк милли кейемгә, сәхнә костюмдарына заказ биреүселәр арта. Күҙемә операция яһатҡанлыҡтан, әле заказ алырға ла тырышмайым, тик элекке клиенттар килһә, тағы ла “юҡ “тип әйтә алмайым. Оҫта бөгөн дә тик ултырмай: ҡатын–ҡыҙҙар өсөн биҙәнеү әйберҙәре, хәситә, селтәр–ҡашмауҙар эшләй, заказ биреүселәргә сәхнә кейемдәре тегә. Хәҙер Фәниә Таҡалова ҡыҙы бүләк иткән электр теген машинаһында тегә, әммә атаһының ҡомартҡыһы булған аяҡ теген машинаһына ла хыянат итмәй. Ире Йәүҙәт Исмәғил улы менән ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр, әле ике ейәнсәре бар. Бына шулай ҡасандыр һайлаған тегенсе һөнәренә хыянат итмәй, ауылдағы көнкүреш йорто 2006 йылда ябылғанға ҡәҙәр эшләй ул. «Башҡортостан» гәзите Кәримә Усманова