Бөтә яңылыҡтар

Герой-әсә!

Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Таҡаловаға, илебеҙ президенты Владимир Путин указына ярашлы, "Герой-әсә" исеме бирелде!

Герой-әсә!
Герой-әсә!

Владимир Путин указына ярашлы Мәҡсүт ауылынан Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Такалова "Герой-Әсә"исеменә лайыҡ булды. Юғары исем 10 һәм унан күберәк бала тапҡан йәки тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Беҙҙең районда ныҡлы һәм татыу ғаиләләр күп, улар барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Һәм Мир Ғәниулла улы Такаловтарҙың ғаиләһе--шундай ғаиләләрҙең береһе. Улар бергә 10 бала тәрбиәләп үҫтерә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2009 йылда Мир Ғәниулла улы вафат була.

Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙының бөтә балалары ла тормошта үҙ урынын тапҡан һәм илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәй, эшләй, ғаиләләр ҡорған һәм киләсәк быуындар тураһында хәстәрлек күрә, ғаиләһенең данлы традицияларын дауам итә.

Балаларын лайыҡлы тәрбиәләгәне өсөн Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы I дәрәжә «Әсәлек миҙалы» миҙалы һәм I, II һәм III дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары менән бүләкләнә. Ул оҙаҡ йылдар «Матрай» совхозында быҙау ҡараусы һәм һауынсы булып эшләй. 

Герой-әсә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Төйәгендә арт-объект булдырыуҙы хәстәрләп, "Атайсал" проектын ойоштороуҙа ҡатнаша. Бөгөн ун бала әсәһе генә түгел, 22  ейән-ейәнсәр, 5 бүлә-бүләсәр өләсәһе.


 

 


Ҡотлайбыҙ! Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы тормош теләйбеҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас