Бөтә яңылыҡтар

6 ризыҡ баш ауыртыуын баҫа

Ә һеҙ уларҙы беләһегеҙме?

✅ Организмға һыу етмәү — баш ауыртыуҙың бер сәбәбе. Быға лимон телеме һалынған бер стакан таҙа һыу ярҙам итергә мөмкин. Табибтар көн һайын 6 стакан һыу эсәргә ҡуша. ✅ Табибтар әйтеүенсә, магний ҡан тамырҙарын йомшартып, организмды баш ауыртыуынан һаҡлай ала. Тарттырылмаған иген продукттарында етерлек күләмдә магний бар. Был минерал сәтләүектәрҙә лә бик күп. ✅ Ҡәһүә һәм сәй эсеү ҙә ярҙам итә ала, әгәр ҙә баш ауыртыуы ҡан баҫымының үҙгәреүе менән бәйле булһа. Кофеин ауыртыуҙы баҫыусы күп дарыуҙарҙа бар. Ләкин саманы белеү мөһим. ✅ Имбир ялҡынһыныуға ҡаршы һәм антигистамин үҙенсәлектәре ярҙамында баш ауыртыуҙы баҫа ала. Уны ҡушып, сәй бешерергә, маринадланған имбир ашап ҡуйырға була. ✅ Картуфта калий күп, ул баш ауыртыуҙан ярҙам итә. Бигерәк тә духовкала әҙерләнгәне яҡшы. Ул натрий-калий балансын тергеҙә һәм организмды һыуһыҙландырыуҙан һаҡлай. ✅ Майлы балыҡ тураһында ла онотмағыҙ. Ундағы файҙалы кислоталар баш ауыртыуҙарын булдырмаҫҡа ярҙам итә.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас