-7 °С
Болотло
Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Ул көҙгө сессияла ҡарала. Интернет аша аҡса, мөлкәт урлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр Дәүләт юридик бюроһына мөрәжәғәт итә ала. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2024 йылда республика халҡы 4 миллиард 400 миллион һумға алданған. Быйыл ярты йылда халыҡ мутлашыусыларға миллиард ярым һум биргән. Дәүләт юридик бюроһы офистары Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Мәсәғүт ауылында бар.