Бөгөн иртәнге сәйҙә туй, туйҙа һалынасаҡ бүләктәр тураһында һүҙ сыҡҡас мин үҙебеҙҙең олатайҙары менән өйләнешкән ваҡыттағы ҡай бер нәмәләрҙе һөйләп ташланым быларға. Мәйтәм, хәҙер әллә ниндәй ырым- шырымдар күбәйҙе, икенсе кешенең күлдәге түгел даже фатаһын кейергә ярамай имеш, йәшәй алмайҙар ти бергә, фәлән- фәсмәтән. Әлләсе, минең ҡайынбикәнең күлдәген әллә нисә ҡыҙ кейеп кейәүгә сыҡтыҡ. Хатта утыҙар йыллап бик матур йәшәнек. Үлеп ҡотолдо, мәрхүмкәйем, юғиһә эт ылҡаһын сығарып тотоноп, быйыл 45 йыл булды тип, өҫтөнә саң төшөрмәй өрөп ултырыр инем, тим. ЗАГС тигәненә лә дуҫтарҙың никах балдаҡтарын кейеп барҙыҡ. (ул ваҡытта был ғәҙәти хәл тип һаналды; берәү ҙә аптыраманы. Балдаҡ кейҙерешкән өсөн 90шар һум, икәүһенә бергә 180 һум аҡса бирәләр ине. Әҙ сумма түгел ине заманына күрә. Теләгәндәр шул аҡсаға һуңынан булһа ла балдаҡ алалар ине).Ҡәйнәм балдаҡ алдырмаҡсы ине лә, үҙем баш тарттым. Минең артабан бергә йәшәйһе кешем, ниңә әле мин уны расхутҡа һуғып, кеймәҫ нәмәмә таштан юкә һуйҙырта ти. Шулай уйланым, шулай тип әйттем иремә лә. Беҙҙең заманда ни кәләштәр ҙә осһоҙ булды ул тим. Бер һарыҡ та ике йөҙ һум аҡса мәһәр тигәнең. (Мине Апуш бер кәзә лә, йөҙ тәңкәгә генә алды тип көлдөрә торғайны Вәзимә еңгәй мәрхүмә). Дипломың, әллә нисә юрған- яҫтығыңды, әллә нисә пәлтәңде эшкә лә һанаманылар. Твердый стандартный тариф булды кәләштәргә. Баш аҫтына арыуыраҡ яулыҡ, һырға һабағы тигәненә лә биш- алты һумлыҡ булғандыр һырғалары ла. (Ғүмере ҡыҙыҡһынманым биҙәүестәрҙең хаҡы мн, таҡманым да). Бүләкте лә һәр кем самаһынан сығып һала ине. Хәҙерге туйҙарҙағы кеүек мотлаҡ аҡса һалырға тигән әмер ҙә бирмәне берәү ҙә. Йәшәргә тип өйләнешә инек. Бүләккә һыйыр бирә ине атай - әсәйҙәр тигән еренә еткәс башланды әңгәмәнең ҡыҙығы. Бәләкәсе (6 йәш), аптыранды, возмущаться итә башланы: как это, нифига себе... Вы чего издеваетесь ыштули тип еппәрҙе. Баҡһаң ул бүләк биреү процесын (өҫтәл эргәһенә алып килеп һыйырҙы бирәләр икән тип күҙаллаған). Икенсе малайым, 11 йәш, сообразителныйыраҡ булып сыҡты. Сыразы әсәһенә ҡарап: а на какие шиши һин миңә һыйыр табаң тип һорау ҡуйҙы. Өйләнергә уйы бар ызнашит. Ысынлап та, гурыдта йәшәйҙәр бит, откуда һыйыр?!. Бүләк тураһында һүҙҙе ейәнсәрем хәтәр йомғаҡланы, аяҡтан йыҡты тиһәң дә була: кәләшкә атаһы шәп свадебный подарок эшләне ибет тей инде. Поделка своими руками, вот это подарок. Нимә ул тип аптырашабыҙ. Красивый забор, ҡапҡа ти. Красного цвета ти был. Вот это красивый подарок ти инде.(һүҙ кире күршеләргә күсте). Һуң, мәйтәм, кәләш бит кейәү менән алыҫҡа китә, ҡапҡаны алып китә алмай ҙа инде тим. Яуабым эффектныйыраҡ булһын өсөн өҫтәп ҡуям, ҡапҡаны, заборҙы алып китһәләр былар ыштанһыҙ кеше һымаҡ ултырып ҡала бит тейем. Көлөшә - көлөшә сәй эстек шулайтып бөгөн ейәндәр менән. Институт бөтөп тыуа хәҙерге баллар тигәндәрен ишеткән бар инде. Ну был ҡәҙәрем продвинутый булалар икән тимәгәйнем. Быларҙы голыми руками не взять. Һүҙемде үҙемсә, әбейҙәрсәрәк йомғаҡлап ҡуяйым әле. Донъяла тыныслыҡ хаким булһын. Гөрләп туйҙар үтһен. Сабыйҙар тыуһын. Ошолайтып бала- саға менән гөрләшеп - серләшеп ултырыуҙар яҙһын һәр икебеҙгә. Гөлзифа Исрафилова