Баймаҡ мәргәндәре оҫта ата!

Яҡташтарым, алыҫ Баймаҡ еренән килгән егеттәрҙе үҙемә саҡырып ҡунаҡ итмәй ҡайтарып ебәрә алмайым бит инде?! Баймаҡса бишбармаҡ бешереп, табын ҡорҙом, иптәшем мунсаны ла яҡты, шашлыгын да өлгөртөп ҡуйҙы. Тыуған ауылымдан яҡын ғына урынлашҡан Ғәҙелбай (Шырмай) ауылы егете Рәсих Йортбәков тураһында күптән ишетеп белә инем, хәҙер шәхсән танышыу бәхете тәтене беҙгә (уның тураһында айырым пост сығарырмын әле)) Ә йырсы актер Юнир Ҡоланбаевты күп йылдар дауамында беләм һәм бик яратам. "Үҙебеҙҙекеләр!" - тигән ғорурлыҡ менән ярышты кинәнеп күҙәттем. Ямғыр ҙа кәйефте боҙманы, ярышты туҡтатманы. Иртәгеһенә, абсолют еңеүсе Рәсих Йортбәков булыуын белгәс, шатлығымдың сиге булманы! Ни сыға - шул Баймаҡтарҙан сыға тиҙәр бит! Сараны ойоштороусы Асҡар Ишбирҙин да сығышы менән Баймаҡ егете бит әле, мәшһүр Сулпан Асҡарованың бик яҡын ғына ҡустыһы. Бына бит был рухтың сығанағы ҡайҙан?!! Афариндар, егеттәр! Хатта ярышта ҡатнашыусы ике генә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла әсәле-ҡыҙлы Раушания һәм Айсын Сабитовалар Баймаҡ районынан сығыусылар ине.

Баймаҡ мәргәндәре оҫта ата!Баймаҡ мәргәндәре оҫта ата!
Баймаҡ мәргәндәре оҫта ата!

Был һуңғы өс көн мине тетрәндерҙе. Бик күп яңы кешеләр, ваҡиғалар бер-береһенә теҙелеп кенә барҙы шул. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы биләмәһендә ошо тиклем әһәмиәтле сара үтеүе үҙе үк ҙур ғорурлыҡ! Шаймарданов Ришат Раян улы һәм Ишбирҙин Асҡар Рәсүл улы ойошторған был сара бик әһәмиәтле булды. Әгәр Ғәйфуллин Азамат Муса улы, беҙҙең ауыл советы башлығы, шундай алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу, креатив фекер итеүсе етәксе булмаһа, был байрам да булмаҫ ине. Һәр яңы башланғысты күтәреп ала ул һәм ярҙам итер өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Төрлө өлкәләрҙән йыйылған спортсылар атта һыбай сабып барған килеш уҡтан сәпкә атып ярыштылар. Иҫ киткес күренеш! Мәскәү өлкәһенән килгән 15-16 йәшлек ҡыҙҙар һоҡландырҙы. Оҫта сабалар, мәргән аталар! Сәпкә бысаҡ, балта, суҡмар ырғытыу кеүек ярыштар ҙа бар ине, күреү бәхете эләкмәне шул миңә. Яҡташтарым, алыҫ Баймаҡ еренән килгән егеттәрҙе үҙемә саҡырып ҡунаҡ итмәй ҡайтарып ебәрә алмайым бит инде?! Баймаҡса бишбармаҡ бешереп, табын ҡорҙом, иптәшем мунсаны ла яҡты, шашлыгын да өлгөртөп ҡуйҙы. Тыуған ауылымдан яҡын ғына урынлашҡан Ғәҙелбай (Шырмай) ауылы егете Рәсих Йортбәков тураһында күптән ишетеп белә инем, хәҙер шәхсән танышыу бәхете тәтене беҙгә (уның тураһында айырым пост сығарырмын әле)) Ә йырсы актер Юнир Ҡоланбаевты күп йылдар дауамында беләм һәм бик яратам. "Үҙебеҙҙекеләр!" - тигән ғорурлыҡ менән ярышты кинәнеп күҙәттем. Ямғыр ҙа кәйефте боҙманы, ярышты туҡтатманы. Иртәгеһенә, абсолют еңеүсе Рәсих Йортбәков булыуын белгәс, шатлығымдың сиге булманы! Ни сыға - шул Баймаҡтарҙан сыға тиҙәр бит! Сараны ойоштороусы Асҡар Ишбирҙин да сығышы менән Баймаҡ егете бит әле, мәшһүр Сулпан Асҡарованың бик яҡын ғына ҡустыһы. Бына бит был рухтың сығанағы ҡайҙан?!! Афариндар, егеттәр! Хатта ярышта ҡатнашыусы ике генә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла әсәле-ҡыҙлы Баймаҡ районынан сығыусылар ине. Иҫке Бәпес ауылында бына ошондай мәртәбәле сара үтеүе бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ваҡиға. Рәхмәт һеҙгә, Ришат Раян улы, Асҡар Рәсүл улы! Артабан да һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Башҡорт халҡының милли традицияларын бөгөнгө көнгә килтереп еткереүегеҙ, үҫтереүегеҙ өсөн, милли рухты һаҡлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Фирүзә Абдуллина.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас