АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Театрҙа йәш артистар эш башланы

Әҙәм балалары йәй көнө ни эшләй? Эшләмәй, ял итә, тиерһегеҙ. Ә ҡышҡылыҡҡа үҙенә, мал-тыуарына аҙыҡ-түлекте кем әҙерләй? Һәммәбеҙҙе лә ризыҡ йөрөтә, ул күктән төшмәй, ерҙә тир түктерә. Ә рухи ризыҡты ҡайҙан алырға, ул бит, миҙгеленә ҡарамай, алһыҙ-ялһыҙ, көнө-төнө кәрәк, сәйнәлеп ашҡаҙанға төшөп ятмай бит ул, күңелдәрҙә бушлыҡ булмаһын өсөн кәрәк.

Театрҙа йәш артистар эш башланыТеатрҙа йәш артистар эш башланы
Театрҙа йәш артистар эш башланы

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы йәйге ялдарҙан һуң дөйөм йыйылыш ҡороп, тамашасыларыбыҙҙың рухи ихтыяжын артабан да ҡәнәғәтләндереү тураһында һөйләште, пландар ҡорҙо. Театр бинаһында ремонт барыуға ҡарамай, ижади эштәр дауам итә, бөтәһе лә контролдә, бер төркөм артистар яҡын арала Бөрйән районы буйлап гастролгә сығасаҡ, икенсе төркөм Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында спектаклдәр күрһәтәсәк. Тағы бер ҡыуаныслы хәбәр: театрыбыҙға быйыл ғына Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлап, алты йәш актер (дүрт ҡыҙ, ике егет) эшкә килде. Әлегә иҫәбен яҙабыҙ, киләсәктә, Аллаһ бойорһа, уларҙың тулы исем-шәрифтәре театр сайтында йыш күренер, тип өмөт итәбеҙ. Тимәк, ял тигән һүҙ юҡ артистар өсөн. Илһам ялҡауҙарға ғына килмәй, тигән һүҙ дөп-дөрөҫ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас