АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Яугир йорто ялтлап торһон!

 Хәйбулла районының  Әбеш ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы бер ваҡытта ла үҙенең батырҙарын онотмай. Ошо көндәрҙә улар матхсус хәрби операцияһында ҡатнашып йөрөүсе Илһамдың йорт-ҡураһында, ишек алдында өмә үткәргәндәр.“Илһам Солтан улы өсөнсө йыл хеҙмәт итә. Ауылдаштары йыл да күмәкләп, дәррәү ихлас итеп өмә ойоштора.

Яугир йорто ялтлап торһон!Яугир йорто ялтлап торһон!
Яугир йорто ялтлап торһон!

Ишек алдын таҙалап, кәртә-ҡураһын төҙөкләндереп, өйөн матурлап ярҙам итәләр. Яуҙа йөрөгән һалдатыбыҙ, ялға ҡайтҡанында һәр беребеҙгә рәхмәтен еткерә. Ил һағында торған батыр яугирыбыҙға оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Тыуған ауылында йорто, ишек алды ҡайтҡанында һәр саҡ таҙа булһын, йылмайып, балҡып көтөп торһон. Ауылдаштарының иғтибары уға көс-ҡеүәт бирһен! Тыуған яғына, тыуған нигеҙенә имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!”-тигән теләктәр ебәрәбеҙ, -  ти ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Айгөл Әминева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас