АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Шәп йырсы, бына тигән актер!

Ошо көндәрҙә Урал аръяғын «Эх, ҡайтһа егет сағым!» концерты менән урап сыҡҡан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Альберт Салауатовҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. -Ижадташ дуҫтарым—популяр йырсы Венер Абдуллин, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Радмир Туйсин менән берлектә ҡуйған концертыбыҙҙы һәр тарафта тамашасыларыбыҙ ихлас ҡабул итте. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!—ти Альберт Рәфҡәт улы, ҡыуанып.-Эйе, концерттарға сығыр алдынан ғына республика Башлығы ҡулынан маҡтаулы исем алыу бәхете тейҙе. Сикһеҙ шатмын! Алай ҙа һеҙ бар хөрмәтле тамашасыларым, йырҙарымды яратып тыңлаусылар, спектаклдәргә йөрөүселәр!

Шәп йырсы, бына тигән актер!Шәп йырсы, бына тигән актер!
Шәп йырсы, бына тигән актер!

Альберт Салауатов—Башҡортостандың халыҡ артисы!

 

Баймаҡ егете Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен Альберт Салауатов Нефтекама филармонияһында вокал артисы булып эшләгәндә 2010 йылдың 29 майында тыуған көнөндә Мортаза Рәхимов ҡулынан ала. Ә инде әлеге юғары наградаһына ул Сибай театры актеры булараҡ өлгәшә. Йырсы булараҡ та, драма актеры булараҡ та дан ҡаҙанған Альберт Салауатовҡа сәнғәттең был ике йүнәлеше лә үтә ныҡ ҡәҙерле. Күптәр өлөшөнә төшмәй бындай бәхет. Тағы шул: Баймаҡ районының бәләкәй генә Семеновск ауылынан бер түгел ике халыҡ артисы—Азамат Тимеров һәм Альберт Салауатов сыҡҡан!

Артист Сибай интернат-мәктәбендә уҡыуы менән ғорурлана.

-Интернатта оло тормошҡа ныҡлы әҙерләп сығарған уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә рәхмәтлемен! Бында Урал аръяғынан балалар күп уҡыны. Хәҙер ҡайһы ауылға барып сығыш яһаһам да мине интернатташтарым таный һәм өйҙәренә саҡыра, улар минең туғандарымдан да ғәзизерәк. Уҙған концерттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға, уларҙың ата-әсәләренә, ғаилә ағзаларына бер рәттән урындарҙы бушлай ҡалдырттыҡ. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында һабаҡташым, яугир Фәрит Күскилдин иһә беҙҙе интернат таныштырҙы, ғүмерлек дуҫтар итте тип ҡанатландырып ебәрҙе,--ти йырсы.-Халыҡ йырсыһы булыуымды шунда тойҙом, ысынлап та, халыҡ минең йырҙарымды ярата, ҡабул итә, моңлана, аһ-зарын түгә. Артист өсөн, бигерәк тә йырсы өсөн тамашасы һөйөүенән дә ҡәҙерле нәмә юҡ шул.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас