Азамат Юлдашбаев башлыҡ вазифаһын һалды

Сибай ҡала Советының 7-се ултырышында депутаттар ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевтың ваҡытынан алда полномочияларынан бушатыу тураһындағы ғаризаһын ҡараны һәм яңыраҡ ҡына махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙең үтенесен ыңғай хәл итте. Законға ярашлы ҡала хакимиәте вазифаһына конкурс иғлан ителде. Әлегә башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса Сергей Озерцов башҡара.

 

Азамат Мырҙағәле улы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып 2022 йылдың июлендә тәғәйенләнде. Ул сығышы менән Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан. БДУ-ның Сибай институтында юғары белем алған. Хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлаған. Төрлө йылдарҙа таможня инспекторы, Сибай почтамты директоры, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Сибай филиалы етәксеһе булып эшләне. Ҡатыны Зөбәржәт Шәфҡәт ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергән.

Азамат Мырҙағәле улы 2024 йылдың сентябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланды. Ошо көндәрҙә ул контрактын тултырып Сибайға ҡайтты. 

ФОТО РБК КАНАЛЫНАН

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас