АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор

Йөҙһәң һыуҙа—була файҙа

Сибай ҡалаһының «Сулпылар» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең иң яратҡан шөғөлө— бассейнда һыу инеү. Балаларҙы тик бер генә һорау ҡыҙыҡһындыра тиһәң дә була: «Ҡасан бассейнға барабыҙ?»

Йөҙһәң һыуҙа—була файҙаЙөҙһәң һыуҙа—була файҙа
Йөҙһәң һыуҙа—була файҙа

Әлбиттә, йөҙөүҙең организмға файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Белгестәр фекеренсә, һыу балалар мускулдарына бик ыңғай тәьҫир итә. Бынан тыш, һыуҙа йөҙгән балаларҙың йөрәк-ҡан, нервы системалары нығына, тын алыу юлдары асыла. Йөҙөү кеше организмын сыныҡтыра, тән температураһын көйләй, һалҡын тейеү, киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарға, киҙеүгә бирешмәүсәнлекте арттыра. Йөҙөү кескәй организмдың һөйәктәренең дөрөҫ формалашыуына ла булышлыҡ итә.

"Мәғариф" милли проектына ярашлы балалар баҡсаһында бассейн 2023 йылдың көҙөндә яңынан эшләй башланы һәм тәрбиәләнеүселәр өсөн йөҙөү буйынса күнекмәләр тергеҙелде. Ҡыҙҙар-малайҙар менән инструктор Юлиса Солтанова шөғөлләнә. Ул балаларға йөҙгәндә дөрөҫ тын алырға, кәүҙәне тоторға, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә лә өйрәтә.

-Бассейн 2019 йылда эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ике йыл элек бында киң күләмле ремонт эштәре башҡарылды: объекттың таҙартыу, йылытыу системаһы, һыуҙың сифатын тикшереү ҡоролмалары тулыһынса яңыртылды. Хәҙер бында һыу инеү, күнекмәләр үткәреү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай,--тине «Сулпылар» балалар баҡсаһы мөдире Нәзилә Ғайсар ҡыҙы Байморатова.- Балаларға бассейнда шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Сисенеү урыны, душ кабинаһы эшләй, һыуға төшөр алдынан аяҡтарҙы һөртөү өсөн махсус балаҫтар түшәлгән, күнекмәләр яһау өсөн башҡа спорт инвентарҙары урынлаштырылған.

Мөдир шулай уҡ бассейнды тергеҙеүгә булышлыҡ иткәне өсөн республика етәкселегенә, Сибай ҡала хакимиәте башлығына, мәғариф бүлеге начальнигына, рәхмәт белдерҙе.

-Йөҙөүҙе спорттың иң үҙенсәлекле, сәләмәтлек өсөн файҙалы төрҙәренең береһе тип юҡҡа ғына атамайҙар. Бигерәк тә йәйҙең оҙайлы эш көнөнән һуң һалҡынса һыуҙа балыҡтай йөҙөүҙән бик һирәктәр генә баш тартыр, моғайын. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә был спорт төрө менән бассейнда шөғөлләнергә мөмкин. Ә улар, бәхеткә күрә, республикабыҙҙа йылдан-йыл арта: иҫкеләре төҙөкләндерелә, яңылары сафҡа индерелә. Беҙҙең балалар баҡсаһында шундай бассейн булыуына барыбыҙ ҙа шатбыҙ,--ти ата-әсәләр исеменән рәхмәт әйтеп Г.Р.Исмәғилова.

-Балалар баҡсаһында ул-ҡыҙҙарыбыҙ рәхәтләнеп йөҙөп, сәләмәтлектәрен нығытып ҡына ҡалмай, төрлө йүнәлештәр буйынса белем, тәрбиә бирелә. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ һәр яҡтан үҫешә, был бик мөһим. Барыһы өсөн дә мөдир Нәзилә Ғайсар ҡыҙы Байморатоваға, тәрбиәселәргә, уларҙың ярҙамсыларына, хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтлебеҙ!—тип һүҙгә ҡушылды сабыйын балалар баҡсаһына йөрөтөүсе әсә И.Р.Дәрминева.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Йөҙһәң һыуҙа—була файҙа
Йөҙһәң һыуҙа—була файҙа
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас