Бөтә яңылыҡтар

Изгелек эшләргә ашыҡ

Таулыҡай ауылы ирекмәндәре Матрай ауылында урынлашҡан балалар приютына ярҙам итте һәм концерт ҡуйҙы.

Изгелек эшләргә ашыҡ
Изгелек эшләргә ашыҡ

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы ирекмәндәре ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән "Изгелек эшләргә ашыҡ" хәйриә акцияһына ҡушылды. Улар бүләктәр һәм тәм-томдар йыйып, уларҙы Матрай ауылындағы балалар социаль приюты тәрбиәләнеүселәренә алып барҙы. Ирекмәндәр матди ярҙам күрһәтеүҙән тыш, балалар менән аралашыуға ла ваҡыт бүлде,  концерт программаһы ойошторҙо. Был сара балаларға ла, акцияла ҡатнашыусыларға ла бай тәьҫораттар бирҙе. Күңел йылыһы биргән осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: