Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең сәнәғәт комплексында намыҫлы эшләүсе 66 хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Улар араһында Хәйбулла районының «Буребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте эшселәре булыуы ҡыуаныслы.
«Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына Октябрь ер аҫты руднигының шахта өҫтөндәге ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса мастеры Вәкил Рәхмәтов лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры» маҡтаулы исеме комбинаттың ике хеҙмәткәре – Михаил Шмаков һәм Айса Ишкилдинға бирелде.
Уларҙың икеһе лә таусылар нәҫеленән.
Эштәре менән маҡтаулы ир-егеттәрҙе юғары наградалар алыуы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да арыу-талыу белмәй төбәк сәнәғәтен үҫтереүгә, иҡтисадты нығытыуға тос өлөш индереүҙәрен теләйбеҙ!