+1 °С
Болотло
Кисә Аҡьярҙың 3-сө мәктәбендә күптәргә Ябай Малай псевдонимы менән билдәле булған яҡташыбыҙ Йәмил Баймырҙин ҡурай түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылар менән осрашҡан. Ул йәш ҡурайсыларға боронғо башҡорт халыҡ көйҙәрен “Шафиҡ”, “Буранбай”, “Хәйбулла маршы”н уйнап ишеттергән. Артабан Ябай Малай ҡурайҙа уйнау серҙәре менән уртаҡлашҡан һәм уҡыусыларға “Боронғо һалдат маршы” тип аталған көйҙө уйнарға өйрәткән.