Бөтә яңылыҡтар

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде

Сибай ҡалаһы «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы, ҡаланың имам-мөхтәсибе Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Дин әһеленә награданы республика мосолмандарының Диниә назаратының IX съезында төбәк Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы Әғләмитдин Ғәзизов орденға рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, төбәктә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булған.

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде
Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде

-Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә әйтә: “Эй, һеҙ кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан бер-береһе менән танышһын, ҡатышһын тип һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө милләт итеп яралттыҡ,-- ти.

Аллаһ ҡаршаһында иң камил, хөрмәтле кеше –ул тәҡүәле кеше, йәғни, Уға буйһонған, бөтә изге эштәрҙе Уның хаҡына, Уның ризалығына башҡарған кеше. Халыҡтар дуҫлығы ордены ла бушҡа бирелмәне. Был минең генә хеҙмәтем түгел, был -- беҙҙең халҡыбыҙҙың хеҙмәте. Башҡортостаныбыҙҙа нисәмә милләт вәкиле йәшәй, шуларҙың күбеһе мәсеттә осраша, күрешә, таныша, аралаша. Мәсеттәр халыҡтар дуҫлығын булдырыусы Аллаһ Тғәләнең йорто.

Әлхәмдүллиләһ, юғары дәүләт наградаһын 36 йыл иман юлында хеҙмәт итеүемдең нәтижәһе тип тә ҡабул итәм. Дуҫ булайыҡ, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, матур итеп йәшәйек! – тине Әғләмитдин хәҙрәт, дин юлындағы эшмәкәрлеген баһалаусы республика етәкселегенә рәхмәт әйтеп.

Әйткәндәй:

Халыҡтар дуҫлығы ордены Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы. Ул 1998 йылда булдырылған. Уның менән халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек нығытыуға ҙур өлөш индергән, Башҡортостан Республикаһының иҡтисадын үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштар, дәүләт төҙөлөшөндә күрһәткән хеҙмәттәр, фәнде үҫтереүҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәр өсөн бүләкләнә.

**

Октябрь айы аҙағында Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының IX съезында ҡатнашты. Делегаттар дини ойошма эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, республика Диниә назараты рәйесен һәм президиумы составын һайланы.

Төбәк етәксеһе үҙ сығышында дини лидерҙарға әүҙем эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Республикабыҙҙа бөгөн 2 миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Башҡортостанда ислам динен тотоусылар быуаттар дауамында күп милләтле илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур өлөш индерә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республикабыҙ мосолмандарының Диниә назараты бер быуаттан ашыу тарихҡа эйә. Ул бөгөн 856 ойошманы үҙ эсенә ала, илдә иң ҙур дини идаралыҡтарҙың береһе. Рухи лидерҙарыбыҙ ил етәкселегенең тарихи ҡарарҙарын хуплауҙа берҙәм позицияла тора, республиканың йәмәғәт проекттарында әүҙем ҡатнаша. Башҡа традицион конфессия вәкилдәре менән бергә һеҙ экстремизм һәм ксенофобия идеяларына, классик исламға ят дини ағымдарға ҡаршы тораһығыҙ. Барығыҙға ла традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм.

Республика Башлығы мосолмандарҙың рухи лидерҙарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Рәсәйҙә һәм унан ситтә мохтаждарға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға, Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙға айырыуса рәхмәт. Фәләстин дәүләтенең Газа секторы граждандарына, балаларына ярҙамығыҙ өсөн. Ташҡындан һәм тәбиғәт афәттәренән зыян күргән күрше төбәктәрҙә йәшәүселәргә булышыуығыҙ өсөн. Рәсәйҙең яңы төбәктәренән, Курск һәм Белгород өлкәләренән республика ҡабул иткән ҡасаҡтарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Диниә назаратының яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстарын да билдәләне.

– Бөгөн мосолмандарҙың Диниә назараты алдында дини белем биреүҙе артабан үҫтереү, мосолман ойошмаларын нығытыу, уларҙы яҡшы әҙерләнгән дин белгестәре, ысын илһөйәрҙәр менән тәьмин итеү бурыстары тора. Һеҙгә был эштә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бергәләп Өфөнөң биҙәге һәм ғорурлығы булыр «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Бында, һеҙҙең алда, тағы бер тапҡыр әйтергә теләйем: беҙ төҙөлөштө мотлаҡ тамамларбыҙ.

 

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин республика етәкселегенә дини ойошма эшмәкәрлегенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ республика мосолмандары Диниә назаратының биш йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Артабан көн тәртибе сиктәрендә съезд делегаттары Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен һайланы. Тауыш биреү йомғаҡтарына ярашлы, алдағы биш йылға дини ойошманы йәнә мөфтөй Айнур Бирғәлин етәкләне. Ултырышта шулай уҡ Диниә назараты президиумы составы һайланды һәм дини ойошма эшмәкәрлеге йомғаҡтары тикшерелде.

БЕЛЕШМӘ

ӘҒЛӘМЕТДИН ӘҘЕҺӘМ улы ҒӘЗИЗОВ 1949 йылдың 9 апрелендә Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Бала сағы Баймаҡ районы Темәс ауылында үтә. 1967 йылда Сибай ГПТУ-һын тамамлап, ташсы һөнәре ала, төрлө ойошмаларҙа ташсы булып эшләй. 1968-1970 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә. Унан һуң Шафран СПТУ-5 уҡып, ветеринар һөнәре ала. «Һәүәнәк» совхозында был һөнәре буйынса эшләй.
СССР-ҙын Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының рухи етәкселеге юлланмаһы буйынса, Тәлғәт Тажетдиндың шәхси тәҡдиме менән Бохара ҡалаһындағы “МИР-АРАБ” мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрелә, 1984-1988 йылдарҙа шунда ғилем ала. 2001 йылда Ҡазан юғары мосолман мәҙрәсәһен тамамлай. 1988 йылда мөфтөй Тәлғәт Тажетдин уны Сибай ҡалаһы мосолмандар йәмғиәтенең имам-хатибы итеп тәғәйенләй. 1991-1996 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарының имам-мөхтәсибе булып эшләй. 1996 йылдан Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы. 1992 йылдан БР мосолмандары идаралығының президиумы ағзаһы. Урал аръяғында Исламды тергеҙеүҙең башында тора, “Тәҡүә” мәсетен төҙөүҙең башланғысы унан сыға (1996 йыл) һәм ул был төҙөлөштө ойоштороусы ла була.
ӘҒЛӘМЕТДИН ӘҘЕҺӘМ улы ҒӘЗИЗОВ “Хеҙмәт алдынғыһы” исеменә лайыҡ була (2012 йыл). Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2009 йыл).

 

 

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде
Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: