Бөтә яңылыҡтар

«Атайсал»ға яҙылабыҙ ҙа ял итәбеҙ!

Кем дә кем коллегаларын, туғандарын, дуҫтарын өгөтләп, иң күп «Атайсал»ға яҙылыусыны йыйып беҙгә исемлек һәм квитанция күсермәһен тапшыра, ул «Урал аръғы» шифаханаһында ял итә ала. Квитанция күсермәләрен подписка осоро тамамланыуға ебәрергә кәрәк.

«Атайсал»ға яҙылабыҙ ҙа ял итәбеҙ!
«Атайсал»ға яҙылабыҙ ҙа ял итәбеҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! Киләһе йылға «Атайсал» гәзитенә тотош бер йылға йә иһә ярты йылға яҙылыусылар араһында Әбйәлил районындағы «Березки» шифаханаһына юллама уйнаттыҡ. Редакциябыҙ почтаһына килгән барса квитанцияларҙы бөкләп һалып, бутап-бутап тартып сығарғандан һуң, еңеүсебеҙ билдәле булды! Ул—Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан Фирҙәүс Мостафина. Яҡын арала редакция менән бәйләнешкә инеп, декабрь айында ял итергә барыуын һорайбыҙ.

Дуҫтар! Бының менән беҙҙең приздар бөтмәне. Кем дә кем коллегаларын, туғандарын, дуҫтарын өгөтләп, иң күп «Атайсал»ға яҙылыусыны йыйып беҙгә исемлек һәм квитанция күсермәһен тапшыра, ул «Урал аръғы» шифаханаһында ял итә ала. Квитанция күсермәләрен подписка осоро тамамланыуға ебәрергә кәрәк.

Бынан тыш иҫтәлекле бүләктәр һәр даланлы яҙылыусыға эләгәсәк. Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Бергә булығыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: