+2 °С
Болотло
Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы граждандарҙы бушлай ҡабул итеү ойошторола. 20 ноябрҙә 14.00-17.00 сәғәттәрҙә Рәсәй юристары Ассоциацияһының Сибай бүлегендә (З. Вәлиди урамы, 50) Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Консультация мәлендә юристар, адвокаттар, Башҡортостан бала хоҡуҡтарын яҡлау уполномоченныйы ярҙамсылары, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, суд приставтары ҡатнаша. Алдан яҙылыу мотлаҡ: 8-800-250-03-42, 8-927-958-22-66.