Бөтә яңылыҡтар

Юлдар тайғаҡ! Ҡыумағыҙ!

Йылайыр районының Матрай - Яманһаҙ ауылдары араһында автомобиль аварияға тарыған - юлдан ситкә осҡан һәм янған.Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Тәбиғәт шарттары тотороҡло түгел: кисә буран ҡоторҙо, бөгөн ҡар иреп ята.

Юлдар тайғаҡ! Ҡыумағыҙ!
Юлдар тайғаҡ! Ҡыумағыҙ!

Әбйәлилдә генә түгел, бөтә Урал аръяғында кисәнән бирле буран ҡотора

9 ноябрҙә Әбйәлил районында көслө буран сығып юлдар ябылған, машиналар күреү мөмкинлеге булмау сәбәпле ҡар әсирлегенә эләккән.

Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 ноябрҙә, 14:00 сәғәткә тиклем М-5 «Урал» трассаһы участкаһында 1452 саҡрымдан 1548 саҡрымға тиклем Өфө районының Авдон ауылынан Иглин районына тиклем пассажир автобустары, маршрут һәм еңел таксиҙар, йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән. Сикләүҙәр насар һауа шарттарына бәйле.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: