Туймазыла кисә, бөгөн Сәхи Хисмәтуллин исемендәге "Оҙон көй" төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үтте. Унда Сибай ҡалаһынан 10 йәшлек Айһылыу Әбделғазина һәм 13 йәшлек Сафия Ғүмәрова ла ҡатнашты. Етәкселәре—Гүзәл Баянова, концертмейстер—Илмир Нәҙерғолов.
Айһылыу Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында, ә Сафия 9-сы лицейҙа уҡый. Икеһе лә Сибай балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Конкурста Сафия махсус призға лайыҡ булған. Айһылыу жюри иғтибарына «Ерән ҡашҡа», «Матур ҡыҙҙар», «Түңәрәк күл», «Ете ҡыҙ» йырын тәҡдим итһә, Сафия «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Төйәләҫ», «Тәңкәле ҡыҙ», «Һылыу ҡыҙҙар» йырын башҡарған.
Ҡыҙҙарҙың мәртәбәле конкурста ҡатнашыуы үҙе үк еңеү. Шуға ла ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!