Бөтә яңылыҡтар

БАШҠОРТСА КҮҢЕЛ АСАЙЫҠ!

Төрлө милләт кафелары эшләп килә. Тик башҡортсаһы, йәғни милли аш-һыу тәҡдим иткәне, башҡортса мөхит булдырғаны юҡ ине бит әле. Бөгөн үҙебеҙсә, саф башҡортса күңел асырға, бер юлы башҡа милләт аш-һыуын тәмләп ҡарарға теләйһегеҙме? Улайһа, был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн.

БАШҠОРТСА КҮҢЕЛ АСАЙЫҠ!
БАШҠОРТСА КҮҢЕЛ АСАЙЫҠ!

Бөгөн киске 7-лә "Сайран" кафеһы Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан матур сара уҙғара. Нәсимә Ғиззәтуллина алып барасаҡ сарала башлыса башҡортса йырҙар яңғыраясаҡ. Приздар уйнатыла, башҡорт милли аш-һыуы менән бергә үзбәк, кавказ, әрмән һәм башҡа халыҡ ризыҡтарын тәмләргә мөмкин буласаҡ.

 

Йәнә 14 ноябрҙә  "Дэлис" кафеһында "Башҡорт музыкаһы көнө" үтәсәк. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Ғаяз Ғәйетбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Аслаев ҡатнашасаҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: