+2 °С
Болотло
Хәйбулла районы хакимиәтендә сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә һөтсөлөк тармағын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Федоровка ауылында фермер Иван Антал игенселектән тыш, малсылыҡ тармағын үҫтерергә ниәтләй. Һауын һыйырҙары һәм һөт етештереү ҡоролмалары алып, ошо тәңгәлдә эшен киңәйтергә уйлай, тик бының өсөн финанс ярҙам талап ителә. Хакимиәттә уға консультация биреп, эшләп килгән программалар ярҙамында гранттар һәм субсидия алыу мөмкинлеген аңлаттылар.
#МиллиПроект