—Бөгөнгө өмәлә ҡатнашҡан егеттәргә ҙур рәхмәт еткергем килә. Улар ваҡыт табып, хәрби операцияла ҡатнашҡан 14 яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә (Иҫке Сибай, Калинин, Дәүләт ауылдарында йәшәүселәргә) бер көн эсендә утын әҙерләп алып барҙы. Был егеттәрҙе исемләп әйтегә кәрәк: :Бикбаев Илдус, Әхмәтов Фәрхәт, Дәүләтбаев Наил, Баянов Хәлил, Ҡөһәбаев Рәил, Ҡасимов Рәжәп, Бикҡолов Рәил, Ишбаев Айнур, Уралбаев Фәнзил, Уралбаев Азат, Сибаев Илгиз, Нәбиуллин Арслан, Мотаев Илдус, Илтинин Флорит, Хәмитов Илшат, Ҡолдәүләтов Ғилман, Зәйнуллин Фәнил, Аллағыуатов Азамат, Ғәзизов Марсель. Ауылыбыҙҙың ныҡлы таяныстары булған р-егеттәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Ауыл хакимиәте һәм халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм. Изге эшегеҙ онотолмаҫ, егеттәр!--тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Айнур Сибаев.